Һөйөнсө, дуҫтар! “Таң” гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған “Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” уйынының тәүге еңеүсеһе билдәле булды – тахтаға матур япма Яңы Собханғол ауылында йәшәүсе Рауил һәм Йәмилә Буранбаевтарға юлланасаҡ! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә таңдарының “Таң”лы булыуын теләйбеҙ.
Был аҙнала аш-һыу бүлмәһенә грамлап үлсәү өсөн бик ҡулай өҫтәл үлсәгесе уйнатыласаҡ.
Шулай итеп, квитанциялар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!