Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Декабрь 2018, 17:33

Коллектив менән - «Таң»ға!

Ғәлиәкбәр мәктәбе коллективы район, республика гәзит-журналдарын әүҙем алдыра һәм ҡыҙыҡһынып уҡып бара.

Ғәлиәкбәр мәктәбе коллективы район, республика гәзит-журналдарын әүҙем алдыра һәм ҡыҙыҡһынып уҡып бара.
Районыбыҙ тормошон, йәшәйешен яҡтыртҡан “Таң” гәзитенә, республика баҫмаларынан “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”“Берҙәм Рәсәй” гәзиттәренә, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарына, бынан тыш, һәр уҡытыусы, тәрбиәсе үҙ предметы буйынса гәзит-журналдарға бик теләп яҙыла.
- Киләһе йылдың 1-се ярты йыллығына беҙҙең коллектив 100 проценты менән районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә, республика, федераль баҫмаларға яҙылып бөттө. Сөнки уҡытыусы һәр өлкә буйынса хәбәрҙар, уның белем даирәһе киң булырға тейеш, - тиҙәр Ғәлиәкбәр уҡытыусылары.
Афарин, ғәлиәкбәрҙәр!
С. МИНҺАЖЕВА.
Читайте нас: