+2 °С
Ҡар
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу бара. “Таң” гәзитенә яҙылыу хаҡы, хәбәр итеүебеҙсә, 890 һум 10 тин.
Ләкин осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға форсат тыуып тора – ағымдағы йылдың 4 октябренән 14 октябренә тиклем “Рәсәй почтаһы” матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө ойоштора. Был осорҙа гәзит-журналдарға 10 процент ташлама менән яҙылып ҡалырға мөмкин.
Шулай итеп, “Таң” гәзитенә 801 һум 9 тингә яҙылырға була. Йәғни, 89 һум аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡала тигән һүҙ.
Был форсатты файҙаланып өлгөрәйек, дуҫтар!