2019 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай – матбуғат баҫмаларына яҙылыу хаҡы тағы ла бер ни тиклем артты:
Бөтә нәмәгә хаҡ артып торған саҡта йәшәйбеҙ. Әлбиттә, матбуғат баҫмаларын да урап үтмәй был хәл. Ләкин райондаштар “Таң” ға тоғро ҡалырҙар тип ышанабыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙе районда барған хәл-ваҡиғалар, уңғандар, яңылыҡтар менән таныштырып ҡына ҡалмаҫбыҙ, һеҙҙең проблемаларҙы күтәрербеҙ, бынан тыш, рух уятыр, күңелдәргә дауа булыр шиғыр-хикәйәләр, фәһемле хәлдәр хаҡында ла яҙмалар тәҡдим итербеҙ.
Ҡыҫҡаһы, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!