Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Апрель 2018, 16:24

Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!

2018 йылға республика һәм район гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында "Сәләмәт бул" бүләктәр уйнатыуы үтте.

2018 йылға республика һәм район гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында "Сәләмәт бул" бүләктәр уйнатыуы үтте. Бәхет кемдәргә йылмайҙы икәнен бәйләнештәр селтәрендәге "Таң" гәзите төркөмөнә инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/tan_gazite?w=wall-13580677_1725

"Суперприз" бәйгеһендә шәп бүләк отоусылар иртәгә (10 апрель) "Сәләм тапшырыуында асыҡланасаҡ.


Әйткәндәй, 1 апрелдән 30 июнгә тиклем 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына БР-ҙың “Республика Башкортостан” ДУП-ы филиалдары тарафынан нәшер ителгән матбуғат баҫмаларына яҙылыу һәм яҙылыу кампанияһы осоронда “Тыуған баҫмаңа яҙыл” исемле марафон ойошторола. Был марафон “Суперприз от!”, “Аҙна һайын бүләк”, “Бәхетле авто” конкурстарын берләштерә. Унда Башҡортостанда йәшәүсе һәм яҙылыу кампанияһы осоронда “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылған кешеләр ҡатнаша ала. Нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың яҡын туғандары конкурста ҡатнаша алмай. Марафон 1 апрелдән 30 июнгә тиклем дауам итә, “Суперприз от!” конкурсының һөҙөмтәләре 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы тамамланғас, 15 сентябрҙән дә һуңға ҡалмай билдәләнергә тейеш.
Читайте нас: