Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Февраль 2018, 17:12

Дуҫтар менән көслөбөҙ

2018 йылдың тәүге яртыһына “Таң” гәзитенә яҙылыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән почтальондарҙы редакцияға саҡырып тәбрикләнек.

Һуңғы йылдарҙа баҫма матбуғат еңел булмаған осор кисерә. Илдәге иҡтисади тетрәнеүҙәр, ҡағыҙға һәм типография хеҙмәтенә, подпискаға хаҡтың артыуы, көнкүрешебеҙгә интернеттың көндән-көн нығыраҡ үтеп инеүе, электрон баҫмаларҙың күбәйеүе тираждарҙың кәмеүенә килтерҙе. Шулай ҙа һәр ауылда тоғро дуҫтарыбыҙ, шөкөр, бар. Гәзиттең халыҡҡа барып етеүендә һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай халыҡҡа хат-сәләм ташыусы почтальондарҙың роле бик ҙур.

Дуҫлыҡ күперебеҙҙе нығытҡан ярҙамсыларыбыҙҙың ауыр хеҙмәтенә хөрмәт йөҙөнән 2018 йылдың тәүге яртыһына “Таң” гәзитенә яҙылыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән почтальондарҙы редакцияға саҡырып тәбрикләнек.

- Бөгөн ваҡытлы матбуғаттың яҙмышы күп йәһәттән халыҡ менән туранан-тура эшләүсе почтальондарға бәйле. Үҙ эшен күңел һалып башҡарған хат ташыусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең кеүек тырыш хеҙмәткәрҙәр булғанға ла тәүге ярты йыллыҡҡа “Таң” гәзитенә яҙылыуҙы 90 процентҡа үтәй алдыҡ. Әбделмәмбәт (үтәлеш 148%), Ғәлиәкбәр (100%), Аҫҡар (123%), Байназар (99%), Әтек (96%), Яңы Монасип (94%) почта бүлексәләре айырыуса һөҙөмтәле эш күрһәтте, - тине гәзит мөхәррире Р. Шәмиғолов. Артабан “Таң”ға яҙылыу кампанияһын алып барыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Иҫке Собханғол почта бүлексәһенә ҡараған Байғаҙы ауылы почтальоны Әсҡәт Мәхмүтов, Иҫке Собханғолдан Гүзәл Тренкина, Аҫҡарҙан Айгизә Бирҙеғолова, Иҫке Монасиптан Зилә Мираҫова, Байназарҙан Зөлфиә Малакаеваларға һәм Әбделмәмбәт почта бүлексәһенә (етәксеһе Вәсимә Усманова) почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.



Д. БАЙНАЗАРОВ.
Читайте нас: