Ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор, тип бик хаҡ әйткән халҡыбыҙ: бөгөнгө көндә донъя мәғлүмәткә эйә кешеләр ҡулында. Райондың берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы булған “Таң”ыбыҙҙы бөгөн кеше аңын баҫҡан мәғлүмәт диңгеҙен тулыландырыр сығанаҡ, изге Йәншишмә тип әйтмәү яҙыҡ булыр.
Эйе, бөгөнгө баҙар мөнәсәбәте шарттарында беҙҙең кеүек бәләкәй гәзиттәр (ҙур эш башҡарһа ла) баҙап ҡалды – йәшәр өсөн аҡса табыу, рекламасыларҙы йәлеп итеү шарт. Баҙар һеперткеһе бөтәһен бер ыңғай һеперә: һин үҙәккә яҡынмы-юҡмы, һин йәшәгән ерҙә эре сәнәғәт предприятиелары бармы-юҡмы, халыҡ аҡсалымы-юҡмы – барыбер. Закон-ҡарар – бөтәһе өсөн бер тигеҙ. Ошондай мәлдә беҙҙең берҙән-бер “ҡотҡарыу түңәрәге” – халҡыбыҙҙың аңлы ҡарашы, ғәмәлдәге эше, гәзиткә яҙылыуы. Бөгөн телебеҙҙе, рухыбыҙҙы митингыға сығып, яу сабып яҡлар-һаҡлар мәл түгел. Прибалтика илдәре халҡы үҙҙәренең гәзит-журналдарын һаҡлап алып ҡалыу өсөн бер үк баҫмаға 5-6-шар дана яҙылған,татар дуҫтар ҙа был тапҡырҙа әүҙем. Бөгөн рухыбыҙҙы ҡеүәтләр, башҡортлоғобоҙҙо иҫбатлар, көсөбөҙҙө күрһәтер бер генә юҫыҡ бар – үҙ телебеҙҙәге гәзит-журналдарға яҙылыу, туған матбуғатҡа яҙылыу аша телде һаҡлау.
Район хакимиәте башлығы А.Әлибаков район почта бүлексәләре етәкселәре менән үткәргән кәңәшмәлә лә ошо проблемаларға баҫым яһаны.
Кәңәшмәгә килгән почта бүлексәләре етәкселәре үҙҙәренең эше, подписка барышы, проблемалар хаҡында һөйләне.
В. Усманова, Әбделмәмбәт почта бүлексәһе етәксеһе:
- Беҙҙә 3 хеҙмәткәр эшләй һәм 3 ауылды хеҙмәтләндерәбеҙ. Ултырған бинабыҙ ҡыш көндәре һыуығыраҡ булһа ла, түҙерлек. ”Таң”ға яҙылыу буйынса 402 дана план еткерелһә, әле 280-енә яҙҙыртҡанбыҙ. Район гәзитен ҡыйбат, тиҙәр, әммә яҙылалар. Мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар коллективы подписка осоронда ҙур әүҙемлек күрһәтә. Килем буйынса пландар үтәлә, подписка буйынса ла һынатмабыҙ.
А. Хәйбуллина, Аҫҡар почта бүлексәһе етәксеһе:
- Район гәзитенә яҙҙырыу буйынса планды әле 79 процентҡа үтәнек, республика буйынса – 41 процентҡа. “Таң”ға яҙылыу бик ауыр бара – унда йүнле мәғлүмәт юҡ, тиеүселәр бар. Почтальондар өй беренсә йөрөй.
Компьютерға яңы программа ҡуйҙылар ҙа, эштә аҙыраҡ кәмселектәр булып алды. “Форсаж” программаһы эшләмәү сәбәпле, ата-әсәләр ҡырҙа уҡыған балаларына аҡса ебәрә алманы. Халыҡ башҡортса гәзиттәр, дини календарҙар һорай.
Бинабыҙ бик һыуыҡ. Ауыл хакимиәтенекеләр икенсе бинаға күсһә, туңмай ҡыш сығыуыбыҙ икеле.
А. Ғарифуллина.