“Таң” гәзите – районыбыҙҙың берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы, ижтимағи-сәйәси гәзите, быуаттар ағышын сағылдырыусы тарихи йылъяҙма.
Тәүге һанынан алып бөгөнгәсә ул район халҡына – олоһона һәм кесеһенә фиҙакәр хеҙмәт итә. Нәҡ “Таң” аша беҙ район, ил –көн, донъя яңылыҡтарын беләбеҙ, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булырҙай ғаиләләр, үҙ эшенең оҫтаһы булған һөнәрмәндәр, талантлы яҡташтарыбыҙҙың ҡәләм осонан сыҡҡан өр-яңы әҫәрҙәре менән танышабыҙ. Туй һәм юбилейҙар, кемдәрҙеңдер фани донъяны баҡыйлыҡҡа алыштырғаны хаҡында ла “Таң” ваҡытында хәбәр бирә.
Гәзит биттәрендә донъяуи материалдар, әҙәп-әхләҡ , динебеҙ тураһында ла, райондаштарыбыҙҙың үҫеш баҫҡыстарына артылыуын бәйән иткән осош-балҡышлы һөйөнөслө хәбәрҙәр ҙә, алыҫ үткәнебеҙҙе бөгөнгөләй һынландырған хәтирәләр ҙә, йөрәктәрҙе тетрәндергес күңел йәдкәрҙәре лә урын таба.
Бер көн килеп, аҡса юҡлыҡҡа һылтауланып, ни йөрәгебеҙ менән үҙебеҙҙе ошондай баһаһыҙ рухи байлыҡтан, терәк-таяныстан, тормошта дөрөҫ юҫыҡландырыусы тоғро дуҫтан баш тартмаҡ кәрәк?
“Таң”ға яҙылырғамы-юҡмы, тигән һорау килеп тыуғанда ошо хаҡта ла онотма, дуҫым!
“Таң” – беҙҙең районыбыҙ көҙгөһө, рухыбыҙ сағылышы, йәшәйешебеҙҙе һынландырыусы,мәҙәниәтебеҙҙе, илһөйәрлегебеҙҙе, телһөйәрлегебеҙҙе, ғөмүм алғанда, милли йөҙөбөҙҙө, аҫыл асылыбыҙҙы сағылдырыусы, башҡортлоғобоҙҙо иҫбатлаусы баҫма. Юҡ-бар һылтау табып, ошоларҙан үҙеңде мәхрүм итмә – уян, уйлан һәм 2018 йылға “ТаңҒға яҙыл – киләсәгебеҙгә индергән тос өлөшөң ошо булыр!