Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Октябрь 2017, 17:55

“Аҙна һайын – бүләк” уйыны еңеүселәре.

Гөлсинә Көнәфина, Килдеғол ауылы: - “Таң” гәзитенә яҙылмай ҡалған юҡ инде ул, ярты йыл һайын иң тәүҙә район баҫмаһына яҙылып ҡуябыҙ. Үҙебеҙ генә яҙылып та ҡуймайбыҙ. Былтыр, мәҫәлән, апайым менән һеңлемә үҙенсәлекле Яңы йыл бүләге эшләнем – уларға 2017 йылдың тәүге яртыһы өсөн гәзиткә яҙылыу квитанциялары бүләк иттем.

Гөлсинә Көнәфина, Килдеғол ауылы:
- “Таң” гәзитенә яҙылмай ҡалған юҡ инде ул, ярты йыл һайын иң тәүҙә район баҫмаһына яҙылып ҡуябыҙ. Үҙебеҙ генә яҙылып та ҡуймайбыҙ. Былтыр, мәҫәлән, апайым менән һеңлемә үҙенсәлекле Яңы йыл бүләге эшләнем – уларға 2017 йылдың тәүге яртыһы өсөн гәзиткә яҙылыу квитанциялары бүләк иттем.
Үҙем эшҡыуар булғас, эшҡыуарҙарға ҡағылышлы мәҡәләләрҙе иң беренсе уҡый һалып сығам. Бигерәк тә ошо юҫыҡта уңышлы ғына эшләп киткән райондаштарыбыҙ хаҡында яҙмалар оҡшай. Бынан тыш, районда йәшәүсе уңғандар, өлгөлө ғаиләләр тураһында яратып уҡыйым. Хикәйәләрҙән бигерәк шиғырҙар оҡшай миңә. Үҙебеҙҙең район шағирәләренең шиғырҙарын айырыуса яратып уҡыйым.
Зилә Мәхмүтова, Байғаҙы ауылы:
- Ирем Әсҡәт почтальон булғас, гәзиттәрҙең һәр төрлөһө өйгә килһә лә, үҙебеҙ гәзиткә яҙылмай ҡалмайбыҙ. Ә “Таң”ға иң беренсе яҙылып ҡуям. Үҙеңдең гәзитеңде рәхәтләнеп уҡыйһың. Күпмелер ваҡыт үткәс тә уҡып алаһың.
Шуныһы ҡыҙыҡ – гәзитте артҡы битенән башлап уҡыйым. Иң тәүҙә кемдәрҙең тыуған көнө, юбилейы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынып алам. Һуңғы ваҡытта гәзиттә хикәйәләр күбәйеүе ҡыуандыра. Үҙебеҙҙең район ҡәләм оҫталарыныҡын айырыуса яратып уҡыйым. “Хәлдәрең нисек, оло кеше?” тигән рубрикала сыҡҡан мәҡәләләр күңелгә яҡын. Йәнә балаларҙың төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә еңеүҙәре хаҡында ҡыуанып уҡыйбыҙ.
Ирем дә гәзиттәрҙе ихлас уҡый. Ғөмүмән, ғаилә менән гәзит-журналға мөкиббәнбеҙ. Искәндәр улыбыҙ “Аманат” журналын бик ярата.
Киләсәктә лә “Таң”дан айырылмаҫбыҙ.
Сафия Ҡолмәнбәтова, Әтек ауылы:
- “Таң”ға яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Гәзит-журнал килһә, араһынан иң беренсе “Таң”ды эҙләп алабыҙ. Хикәйәләр баҫылыуы бик оҡшай. Тормоштан алынған ваҡиғаларға, кеше яҙмыштарына нигеҙләнгән мәҡәләләрҙе йотлоғоп уҡыйбыҙ. Район гәзите һәр ғаиләлә булырға тейеш тип уйлайым.
Читайте нас: