Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Октябрь 2017, 17:26

Туған баҫмаларыбыҙҙың яҙмышы - үҙебеҙҙең ҡулда!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов 2018 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, райондағы ойошма, предприятие, учреждениелар етәкселәренә һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына 2018 йылдың тәүге яртыһы өсөн ваҡытлы матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән ойоштороусылары БР дәүләт власы органдары булған ижтимағи-сәйәси баҫмаларға яҙылыуҙы ойошторорға тәҡдим ителә.

Белорет почтамтының Бөрйән районы буйынса цехы етәксеһе Х. Нәҙершинаға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын юғары кимәлдә ойоштороу, матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үткәреү тәҡдим ителә.
Район гәзите “Таң”ға 2375 баҫма яҙҙырыу бурысы ҡуйыла. Тәғәйен алғанда,райондағы почта бүлексәләренә түбәндәге күләмдә йөкләмәләр еткерелә: Иҫке Собханғол почта бүлексәһенә – 960 дана, Әбделмәмбәткә – 120, Аҫҡарға – 130, Әтеккә – 75, Байназарға – 400, Ғәҙелгәрәйгә – 120, Ғәлиәкбәргә – 80, Ырғыҙлыға – 120, Яңы Монасипҡа – 300, Һарғаяға 70 дана “Таң” гәзитенә подписка эшләү бурысы ҡуйыла.
Һәр дүшәмбе һайын район хакимиәте башлығына матбуғатҡа яҙылыу барышы хаҡында мәғлүмәт бирелеп барасаҡ.
Туған баҫмаларыбыҙҙың яҙмышы – беҙҙең ҡулдарҙа, арйондаштар!
Читайте нас: