-Бөгөн, 4 март көндө, беҙҙең балалар баҡсаһында ҙур шатлыҡлы ваҡиға булды, беҙгә ҙур-ҙур тоҡтарын йөкмәп тағы ла “Ҡыш бабай” менән “Ҡарһылыу” килде - Туҡбаевтар ғаиләһе беренсе кескәйҙәр һәм уртансылар төркөмдәрендәге балаларға уйынсыҡтар бүләк итеп ҡыуандырҙылар. Ҙур-ҙур тоҡтар эсендә ниндәй генә уйынсыҡтар юҡ ине!!!
Ә балаларҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ?! Зәйтүн Рәфис улына, Сөмбөл Альфред ҡыҙына, Зилә Хәләф ҡыҙына (эшҡыуар Зилә Насретдинова) балалар һәм хеҙмәткәрҙәр исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Балаларға ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар изгелеге теләйбеҙ! Эштәрегеҙ уң булһын, бәрәкәтен бирһен! – тип хәбәр итәләр МОБУ НШ-ДС №2 с.Старосубхангулово төркөмөндә.