Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
6 Сентябрь 2023, 09:10

Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр

Әбделмәмбәт мәктәбендә тимурсылыҡ эше яҡшы ҡуйылған. Ҡышҡыһын уҡыусылар яңғыҙ йәшәгән ололарҙың өй, башҡа ҡаралтыларының башын ҡарҙан таҙарта, утындарын ярып бирә – хәйер, изге эштәргә сиктәр юҡ. Ошо көндәрҙә тимурсылар мәктәптә оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветеранын ҡыуандырғандар. Тулыраҡ – артабан.

Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр
Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр

-Ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләрен шефлыҡҡа алыу һәм уларға ярҙам итеү, хәлдәрен белеү электән килгән йола. Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары класс етәкселәре Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы менән бергә мәғариф ветераны Яхина Вәсилә Нуриман ҡыҙына картуф алышырға ярҙам иттеләр.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған!  - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе(Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.

 

Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр
Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр
Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр
Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр
Ҡыпсаҡ тимурсылары мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: