Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
14 Июнь 2023, 14:40

Ҡан тапшырыу – изге эш

Бөгөн Бөтә донъя донорҙар көнө билдәләнә. Изге күңелле, оло йөрәкле кешеләр райондаштарыбыҙ араһында ла бихисап. Шуларҙың береһе - Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Нина Быкова. Ул Рәсәйҙең почетлы доноры исемен йөрөтә. 

Ҡан тапшырыу – изге эш
Ҡан тапшырыу – изге эш

Тәүге тапҡыр ҡанын ул 1978 йылда тапшырған. 

- Донор булып китеүемә акушер-гинеколог Хәҙисә Ҡолдәүләтова булышлыҡ итте. Дауаханала эш башлаған ғына йылдарым. Бала табыу йортона Әтек ауылынан күп ҡан юғалтып бер ҡатын килгән булған. Ул ваҡытта һаҡлауҙа ҡан булмай торғайны. Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы донор була алырлыҡ кешеләрҙе эҙләп миңә лә килде. Ауырыу ҡатындың ҡан төркөмөнә минеке тура килеп, уға туранан-тура ҡан тапшырҙым. Йүнәлеп китте. Ул ҡатын мине үҙенең туғаны, апайы тип иҫәпләй.

Тиҙ генә риза булыуымды һәм ҡанымдың яҡшы сифатлы булыуын билдәләп, Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы мине бала табыу бүлегенең резерв доноры итеп тәғәйенләп ҡуйҙы. Шул ваҡыттан алып ҡан тапшырмаған бер генә йылым да ҡалманы. Хатта йылына 4-5, айына 2-шәр тапҡыр бирергә лә тура килде. Күп ҡан юғалтған ауырлы, йөклөлөктәрен юғалтҡан йәки бала тапҡан ҡатындарҙы ҡотҡарып алып ҡалыуға булышлыҡ итә алыуым өсөн ҡыуанам. Аҙаҡ, районға күсмә ҡан тапшырыу станцияһы килә башлағас, йылына бер тапҡыр тапшыра башланым. Һаулыҡ мөмкинлек биргәнгә тиклем донор булырға ниәтем бар әле, - ти Нина Юрьевна.

Кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн изге эш башҡарған райондашыбыҙҙың үҙенә лә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ насип булһын.

 

(Тулыраҡ - гәзиттең 24-се һанында). 

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: