Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
9 Май 2023, 09:15

Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар

Исламбайҙар күмәкләшеп өмәгә сығып, ауыл мәсетен ялт иттереп буяп ҡуйған. Шулай уҡ мәсеткә аҙан әйтеү өсөн тауыш көсәйткес һатып алғандар. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар

 

-Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылына арнап һәм "Атайсал" проекты сиктәрендә, беҙ, Исламбай ауыл халҡы, бергәләшеп аҡса йыйып, мәсеткә аҙан ҡысҡыра торған аппаратура алып бирҙек.
Ураҙа байрамында, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәсетте тыштан буяп алайыҡ, тигән тәҡдим индергәйнек һәм был тәҡдимде халыҡ дәррәү ҡабул итеп алды. Һәр кем үҙ теләге менан , күпме аҡса бирә ала шул тиклем йыйып, буяу алдыҡ. Бөгөн ошо ниәтте атҡарып, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар, дәррәү өмәгә сығып, иман йортон буяп та ҡуйҙык. Мәсеттебеҙ тыштан йәмләп, күркәмләнеп китте. Алла бирһә, мәсеттебеҙҙә аҙан тауышы яңгырап, үҙенә саҡырып торор тип ышанабыҙ.
Барлыҡ ауыл халҡына, ошо изге эштә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр берегеҙгә сауаптары насип итһен. Амин.
Гел шулай әүҙем булайыҡ, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!!! Ауылы берҙең - ҡәүеме бер! – тип хәбәр итә исламбайҙар.

Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Мәсетте буяғандар, аҙан әйтеү өсөн аппаратура һатып алғандар
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: