Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
5 Апрель 2023, 16:45

Фытыр саҙаҡаһының күләме күпме? Ул кемдәргә бирелә?

Ураҙа айының уртаһына ла еттек. Күптәрҙе быйылғы йылда фытыр саҙаҡаһының күләме күпме икәнлеге ҡыҙыҡһындыралыр.

Фытыр саҙаҡаһының күләме күпме? Ул кемдәргә бирелә?
Фытыр саҙаҡаһының күләме күпме? Ул кемдәргә бирелә?

Быйыл уның күләме бер кешегә, хәленә ҡарап, 150 һумдан 800 һумға тиклем.

Бынан тыш, Рамаҙан айында сәләмәтлеге хөртәйеп тороу сәбәпле йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында ураҙа тотмаған һәр көн өсөн 300 һум күләмендә фидиә билдәләнгән.

Әгәр кеше киләһе Рамаҙан айына тиклем ҡалған ураҙаларын тотоп ҡуйырға ниәтләһә, фидиәне түләмәҫкә лә мөмкин.

Фытыр саҙаҡаһы мохтаждарға бирелә. Мәсеткә бирергә яраймы, тип һораусыларға яуап шулай: мәсеттә комиссия төҙөлөп, улар фытыр итеп бирелгән саҙаҡаларҙы йыйып, аҙаҡ мохтаждарға таратып бирә икән, ул ваҡытта мөмкин.

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан бирергә?

Фытыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала (алданыраҡ бирергә лә мөмкин). Сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фытырҙы аҡсалата йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.

Саҙаҡаны кемдәргә бирергә ярамай?

Үҙеңдең әсәйеңә, атайыңа, өләсәйеңә, олатайыңа, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә бирергә ярамай. Сөнки һин уларға былай ҙа ярҙам итергә тейешһең. Айырым донъя көткән мохтажыраҡ бер туғандарыңа (бәлиғ булған) бирергә мөмкин. Бер өй эсендә йәшәгән, ата-әсә ҡарамағында булған бер туғандар (бәлиғ булмаған балалар) бер-береһенә бирә алмай.

 Шулай итеп, был саҙаҡа фәҡәт мохтаждарға бирелә һәм ошо доға уҡыла:

Раббәнә тәкаббәл миннәә иннәкә әнтәс-сәмиигуль-галиим
«Әй, Раббыбыҙ! Был саҙаҡаны беҙҙән ҡабул ит, дөрөҫтән дә Һин — Ишетеүсе һәм Белеүсеһең!»

Ураҙа айы мөбәрәк булһын!

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: