Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
23 Ноябрь 2022, 11:20

Изге күңелле ир-егеттең исеме – Айбулат!

...Кисә социаль селтәрҙәге “Бөрйәндәр” төркөмөндә Белорет юлында машиналары боҙолған юлаусыларға ярҙам иткән Бөрйән егетенә рәхмәт һүҙҙәре баҫылып сыҡҡайны. Бөгөн беҙ герой менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Ярҙамсыл егет өс балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсе атай булып сыҡты... Айбулаттың тағы ла ниндәй һөнәрҙәре бар? Балаларын етеш йәшәтер өсөн төп эшенән башҡа тағы нимәләр эшләй?

Изге күңелле ир-егеттең исеме – Айбулат!
Изге күңелле ир-егеттең исеме – Айбулат!

Ә хаттың эстәлеге түбәндәгесә ине:

“Изге күңелле кешегә бик ҙур рәхмәт әйтергә теләйем. Ул һеҙҙең райондан (Бөрйән районынан). Мин ҡыҙым менән Әүжәндән Белоретҡа китеп бара инем. Ҡағы менән Ҡаһарман ауылдары араһында машинабыҙ һүнде лә ҡабынманы ла ҡуйҙы. Бер кем дә туҡтамай. 3 сәғәт тирәһе торҙоҡ, туңдыҡ. Һәм бер егет килеп туҡтаны. Башта беҙҙе эҫе сәй менән һыйланы. Унан үҙенең йылы машинаһына ултыртып торҙо ла, ярты сәғәт тирәһе беҙҙең машинаны соҡоп, ҡабыҙып ебәрҙе. Ул “Гранта” машинаһында ине. Дәүләт номеры – 257. Рәхмәт һиңә!”

Айбулат Ҡаһарманов район мәғариф бүлегендә водитель булып эшләп йөрөй.

Ул – күп балалы атай. 3 балаһын яңғыҙы үҫтереп килә. Өлкән улына – 15, ҡыҙына – 11, бәләкәй малайына 8 йәш.

-Тормош бит инде. Әсәйҙәре насар ғәҙәттәрҙе балаларына ҡарағанда өҫтөнөрәк күрҙе. Бөгөнгө көндә балаларына алимент та түләмәй, Мәскәү яҡтарында йөрөй. Балалар 5 йыл инде әсәйһеҙ. Башта ауыр булды, хәҙер өйрәнә төштөләр...

Шөкөр, балаларым үҙаллы. Мин район үҙәгенә йөрөп эшләйем. Улар донъяны көтә, ашарға бешерә. Иртәнсәк өлкән малай һеңлеһенең сәсен үрә. “Тик-ток”тан ҡарап үреп, оҫтарып китте хәҙер. Шулай, бер-береһенә ярҙам итеп үҫеп киләләр балаларым, - ти Айбулат.

Быға тиклем таксиҙа йөрөгән, төҙөлөштәрҙә эшләгән. Уның ташсы һөнәре лә бар икән.

-“Фурҡан”, “Мөжәүер” мәсеттәренең манараларын мин һалдым. Мейестәр сығарам. Кирбестән, газоблоктан, шлакоблоктан өйҙәр, гараждар төҙөйөм. Шулай уҡ кирбестән ҡоймалар ҙа һалам. Төп эшемдән бушаған саҡта башҡарам ул эштәрҙе. АСПК аша мал да йүнләп ҡараным да, район үҙәгенә йөрөп эшләгәс, ауырға тура килер, тип, кире ҡаҡтым, - ти Айбулат.

Белорет юлындағы ярҙамы тураһында ла һораштым.

-Йомош менән Белоретҡа китеп бара инем. Юл ситендә 8 йәштәрҙәге ҡыҙ бала менән бер ҡатын-ҡыҙ баҫып тора. Эргәләрендә –машина.

Ярҙам кәрәк икәнен алыҫтан уҡ абайлағайным. Туҡтаным. Көн дә һыуыҡ ине. Шыҡырайып туңғандар икеһе лә. Шуға башта эҫе сәй эсерә һалып алдым. Мин юлға һәр ваҡыт термоста эҫе сәй алып сығам. Пассажирҙарымды сығарып тороп, тегеләрҙе йылы машинаға ултырттым да уларҙың машиналарын ҡарай башланым. Боҙолған, тип, артыҡ боҙолмаған да ине – свечаһын таҙалап, кире ҡуйғайным, машина ҡабынып китте, - ти изге күңелле райондашыбыҙ.

Афарин, Айбулат! Ошо холҡоңдан айырмаһын Аллаһ Тәғәлә!

Балаларың да тәүфиҡлы, иманлы, кешелекле булып үҫеп, үҙеңде ҡыуандырып ҡына торһондар.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: