Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
23 Сентябрь 2022, 09:50

“Мин ниңә хәйерсе?”

Бер фәҡир кеше Аллаһтан: "Мин ниңә шулай хәйерсе?" - тип һораған. Аллаһ: "Башҡаларға бирергә өйрәнмәгәнһең, тимәк", — тигән. Фәҡир: "Үҙемдә булмағанды башҡаларға нисек бирәйем? Минең бит бер нәмәм дә юҡ!" — тигән. Аллаһ уға...

“Мин ниңә хәйерсе?”
“Мин ниңә хәйерсе?”

Аллаһ әйткән:

"Яңылышаһың. Һинең бер нисә ҡиммәтле әйберең бар:
- йылмайыу бүләк итерҙәй йөҙең;
- матур һүҙ һөйләй алырҙай телең;
- башҡаларҙы ла һыйындыра алырҙай йөрәгең;
- әйләнә-тирәләгеләргә яғымлы итеп карай алырлык күҙҙәрең;
- кешегә изге ғәмәлдәр ҡыла алырҙай ҡул-аяҡтарың бар...
Ысынлап та, бер кеше лә хәйерсе түгел. Йыш ҡына әҙ генәнән дә күңел була. Йылмайып ҡараған кеше янында күңел тыныслана. Юҡҡа ғына, йылмайыу — ул саҙаҡа, тимәгәндәр. Мәғәнәле һүҙ, һөйләм дә - йән аҙығы. Аҡыллы кешенең кәңәше - алтындан да ҡәҙерле байлыҡ.

Аҡса, мөлкәт бөгөн бар, иртәгә юҡ. Иң мөһиме, рухи ярлылыҡтан һаҡлаһын Хоҙай. Күңелдә бушлыҡ булмаһын. Кешеләргә ҡарата игелекле, мәрхәмәтле булып йәшәргә яҙһын.

"Киләсәк ғүмерегеҙҙә кем генә булһағыҙ ҙа - оло ғалим йә мәшһүр мөхәррирме, яҙыусы йә оҫта һөйләүсе вәғәҙсеме, сауҙәгәр йә бүтән һөнәр эйәһеме, кем генә булһағыҙ ҙа, гүзәл фиғел-ҡылыҡтан бер ҡарыш та ситкә сыҡмағыҙ. Гүзәл холоҡ менән аҙ ғына ғилем дә - бик күп, ҡыҫҡа ғүмер ҙә оҙон булыр".

(Интернет селтәренән алынды).

Автор:
Читайте нас: