Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
3 Июнь 2022, 11:35

Ҡыҙ бына ни өсөн әсәһенә алмаһын бирмәгән икән...

...Бәләкәй ҡыҙыҡай ҡулына ике алма тотоп алған.  Бүлмәгә әсәһе килеп инә һәм, йылмайыбыраҡ, йомшаҡ ҡына итеп, принцессаһынан: “Ҡәҙерлем, әсәйеңә алмаларыңдың береһен бирмәҫһеңме?”, тип һорай. Ҡыҙыҡай бер-ике секунд әсәһенә ҡарап тора ла, ҡапыл ғына бер алманы, унан икенсеһен тешләй һала.

Ҡыҙ бына ни өсөн әсәһенә алмаһын бирмәгән икән...
Ҡыҙ бына ни өсөн әсәһенә алмаһын бирмәгән икән...

Әсә кеше үҙенең йөҙөн яҡтыртып торған йылмайыуҙың яйлап ҡына битендә ҡатып ҡалыуын тоя. Ләкин үҙенең күңеле ҡайтыуын ҡыҙына һиҙҙермәҫкә тырыша - һөйөклө ҡыҙының үҙе менән алмаһын бүлешергә теләмәүе өсөн кәйефе төшә, әлбиттә.

Ҡыҙыҡай ҡапыл тешләнгән алмаларының береһен әсәһенә һона һәм: “Әсәй, бына ошоноһон ал, уныһы татлыраҡ”, ти...

Мораль: һеҙ ниндәй генә оло йәштәге, тәжрибәле һәм мәғлүмәтле кеше булһағыҙ ҙа башҡаларға хөкөм сығарырға ашыҡмағыҙ... Уларға аңлатырға мөмкинлек бирегеҙ. Үҙегеҙҙең күҙлектән генә ҡабул итеү яңылыш, алдатҡыс булыуы ихтимал.

Һәр ваҡыт тиерлек дөйөм картинаны ғына күреп, башҡа кешеләрҙең ғәмәлдәренең ысын мотивтарында йыш ҡына яңылышабыҙ шулай...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: