Күптән түгел интернетта тормошта булған бер хәл тураһында уҡығайным, һеҙҙең менән дә уртаҡлашҡым килде.
Нил штатындағы мәктәптә, Суданда бер уҡытыусы балаларҙан имтихан алырға уйлаған. Уҡыусыларҙы дәртләндереү өсөн кем иң яҡшы эшләй, шуға символик бүләк – яңы аяҡ кейеме бүләк итергә вәғәҙә иткән.
Балалар бик шатланған, тырышып эшләй башлағандар. Ярты сәғәттә эштәрен тамамлап, һәр береһе дөрөҫ яуаптар ҡайтарған. Уҡытыусы аптырауға ҡалған: был осраҡта бүләкте кемгә бирергә?
Ул бөтә уҡыусыларҙы тырышлыҡтары өсөн маҡтап рәхмәт әйткән һәм был мәсьәләнән сығыу юлын тапҡан. Бөтәһе лә ғәҙел булһын өсөн уҡыусыларға ҡағыҙ киҫәгенә исемдәрен яҙып, бөкләп ҡумтаға һалырға тәҡдим итә. Ә унан уҡытыусы бер ҡағыҙҙы тартып сығарасаҡ, кемдең исеме яҙылған була – шул еңеүсе буласаҡ.
Ысынлап та, уҡытыусы бер ҡағыҙҙы ала ла, еңеүсе баланың исемен атай: Вафаа Әбдел Кәрим.
Вафаа исемле ҡыҙ күҙҙәренә йәш алып, уҡытыусының, класташтарының ҡул сабыштары аҫтында таҡта янына сығып баҫа. Бөтәһенә лә шатлығын уртаҡлашҡандары өсөн рәхмәт әйтә һәм уҡытыусы ҡулынан ысынлап та уға бик кәрәкле булған аяҡ кейемен ала. Ул иҫке туфлийҙәрен кейеп арыған, ә ата-әсәһенең бик ярлы булғанлыҡтан, яңыһын алырға хәлдәренән килмәгән.
Уҡытыусы бик ҡәнәғәт өйөнә ҡайтып китә. Ире ҡатынынан был хәл тураһында ишетеп үҙен бик бәхетле тоя. Әммә ул ҡатынының күҙ йәштәренә аптырай һәм ни өсөн илап һөйләгәнен һорай.
“Мин аҙаҡтан башҡа ҡағыҙҙарҙы ла асып ҡараным һәм уларҙың һәр береһендә тик бер исем - Вафаа Әбдел Кәрим исеме яҙылыуын әйтә.
Барлыҡ балалар ҙа ҡыҙҙың хәлен күргәндәр һәм уның файҙаһына бүләктән баш тартҡандар.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа беҙ, ололар, балаларҙан өйрәнә алабыҙ. Улар беҙҙе миһырбанлы, рәхимле булырға өйрәтә.