Хәйбуллаға етәксе булып киткән районыбыҙҙың элекке етәксеһе Рөстәм Динислам улы Шәриповтың ғаиләһе ишәйгән – уларҙың ғаиләһендә йәнә бер йән эйәһе – көсөк пәйҙа булған.
-Кисә был көсөктө хужаһыҙ эттәр тотолған вольерҙан алып ҡайттым. Ул нисектер туп-тура миңә ҡарай килде һәм күҙҙәремә ҡараны. Шулай мин үҙемә яңы дуҫ таптым.
Эйәһеҙ эттәр мәсьәләһе беҙҙең район өсөн бик актуаль. Улар бит ҡайҙандыр күктән килеп төшмәй. Улар кешеләр тарафынан яҙмыш ҡосағына ташланған элекке йорт хайуандары. Кешеләрҙең яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһе. Беҙ эттәрҙең үҙебеҙҙең кесе дуҫтарыбыҙ икәнен оноторға тейеш түгелбеҙ, - тип яҙған Рөстәм Динислам улы үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.
Әйткәндәй, көсөккә балалары Дружок тигән исем биргән.
Афарин, Рөстәм Динислам улы!