8 март көнө Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Бәләкәй принцессалар балы” тигән мәрхәмәтлек сараһы үтте. Уны ваҡытлыса республика башлығы вазифаһын башҡарыусы
Р. Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова ойошторҙо. Унда 267 ата-әсә һәм опекун оҙатыуында 287 ҡыҙ бала ҡатнашты.
Республика ҡала һәм райондарынан килгән 138 бала “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында урынлаштырылды. 7 мартта ҡыҙҙар өсөн бейеү буйынса репетиция һәм ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ә “Тамыр” студияһы уларға алып барыусы булып ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Нәфис графика факультеты студенттары уларҙың портреттарын төшөрҙө. Ә көн аттарҙа йөрөү менән тамамланды.
8 март көнө инде театрҙа хореография колледжы уҡыусылары мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн байрам һәм әкиәт атмосфераһы тыуҙырҙы. Улар принцессалар рәтенә индереү церемонияһына матур-матур күлдәктәр кейеп килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, һәр ҡайһыһына таждар һәм бутоньеркалар бүләк иттеләр. Буласаҡ бейеүселәр өҫкө ҡатҡа илтеүсе баҫҡыс буйлап матур итеп теҙелеп баҫып, балға күтәрелеүселәргә “тере коридор” яһанылар. Ҡунаҡтарға формалағы кавалерҙар – Өфө юридик институты студенттары ярҙам итте. Театр бинаһында теләгәндәр өсөн яңы образдар булдырыу, аквагрим һәм прическалар буйынса оҫталар эшләне.
Балдың бейеү өлөшө Грек залында үтте. Ҡыҙҙар менән буласаҡ балет бейеүселәре бейене. Балалар өсөн бар донъяға билдәле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов йырланы. Уға Радий Хәбиров та ҡушылып, ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен 8 март менән ҡотланы, байрам булдырыуға ярҙам иткән ирекмәндәргә һәм сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Каринэ Хәбирова бындай байрамдарҙы һәр муниципалитетта үткәрергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Р. Нуриев исемендәге хореография колледжы уҡыусылары “Морозко” балетын күрһәтте.
Беҙҙең райондан был матур сарала 5 бала ҡатнашты: Иҫке Собханғолдан Регина Баймөхәмәтова, Айгөл Ишморатова (өҫкө һүрәттә), Эльвина Туҡбаева, Әбделмәмбәттән Ләйлә Һәм Алтынай Ғәлиналар.
Балаларҙы төркөм етәксеһе Хәсифә Ваһапова (опекун) һәм әсәйҙәре оҙатып барҙы.
- Ҡыҙҙарға фотосессия ла ойошторҙолар, биҙәндерҙеләр ҙә. Балаларыбыҙ рәхәтләнеп бейеп, күңел асып, үҙҙәрен ысын принцессалар итеп тойоп ҡыуанып ҡайттылар. Ҡыҫҡаса әйткәндә, серле һәм мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт ҡылды ҡыҙҙарыбыҙ. Беҙ, әсәйҙәр, балаларыбыҙға ошондай матур байрам ойошторғандары өсөн бик рәхмәтлебеҙ, - ти Филиә Ишморатова.
“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланып,
Т. Сәйфетдинова әҙерләне.