Килдеғол ауылында йәшәүсе Яхин Илһам Ахунйән улы беҙҙең ярҙамға мохтаж. 2017 йылдың аҙағында ғаилә башлығының үпкәһендә яман шеш табалар.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй шул, Илһам Ахунйән улы үпкәһендәге шеш менән Өфөгә дауаханаға барам тип йөрөгәнендә биҙҙәренә һыуыҡ үткәреп, бер ай аяҡһыҙ ултыра. Үпкәлә шеш булғанлыҡтан, көслө дарыуҙар менән дауалап булмай, аяҡһыҙ ултырғас, сығымдарҙы ҡапларлыҡ аҡса табыу юлы ла юҡ. Илһам ҡатыны Йәмилә менән 4 бала тәрбиәләйҙәр. Икеһе лә әлеге мәлдә эшһеҙ, ғаиләнең ауыр хәлдән сығыуына аҡсалата ярҙам кәрәк.
Өфөгә барып-ҡайтыр юлға, анализдар (түләүле) тапшырыуға күп кенә сығымдар талап ителә.
Алтын бөртөкләп йыйыла, тигәндәй, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем аҡса йыйып, Илһамдың тиҙерәк һауығыуына булышлыҡ итәйек! Һәр беребеҙ 50 -100 һумлап йыйһаҡ та, күпме аҡса йыйыласаҡ.
Ярҙамды Сбербанк картаһына күсерергә була:
Сбербанк картаһы номеры - 67619600 0297818016 (ҡатыны Яхина Йәмилә Рәис ҡыҙы исемендә)
Мобиль банк номеры – 89279326020
Эш көндәрендә аҡсаны 08.30-17.00 сәғәттәрҙә түбәндәге адрес буйынса Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30-сы йорт, 8-се кабинетта көтөп ҡалабыҙ. Тел.: 3-66-74.
«Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге.