

Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланып, ун беренселәр уның һөҙөмтәләрен тулҡынланып көткән көндәр артта ҡалды. Тормоштарындағы тәүге оло һынауҙы 11 йыл йыйған багаждары һәлмәк булғандар артыҡ ауырлыҡтарһыҙ үтеп, бөгөн инде үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына документтарын тапшыра ла башлағандарҙыр.
Хәйер, ул багаждың тулы йәки бушағыраҡ булыуы иң тәү сиратта һәр кемдең үҙенең уҡыуға мөнәсәбәтенә бәйле. Ләкин белем биреүсе уҡытыусың кем булыуы иң мөһиме, әлбиттә. Белемле, маҡсатлы, балаларҙың киләсәге өмөтлө, хыялдары ҡанатлы булһын тип эшенә бар күңелен һалып тырышҡан уҡытыусылар ысын-ысындан остаз тип аталырға хаҡлы.
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы, бар булмышы менән уҡытыусы булыр өсөн генә был донъяға тыуған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимованың уҡыусылары йылдың-йылы БДИ-ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, үҙҙәренең генә түгел, уҡытыусыларының да белем, тырышлыҡ кимәлен раҫлай киләләр. 2024 йылда бер уҡыусыһы хатта 100 балл йыйҙы! Быйылғы сығарылыш уҡыусылары ла был йолаға тоғро ҡалды. Иң ҡатмарлы фәндәр иҫәбендә булған физиканан берҙәм дәүләт имтиханын юғары балдарға тапшырған уҡыусыларға афарин.
-Уҡыусыларымдың уңыштарына үҙҙәренән дә нығыраҡ шатланам. Ысынлап та, тырыш, аҡыллы, маҡсатҡа ынтылышлы, ныҡыш уҡыусылар уңышҡа өлгәшә килә.
Ильяс Исмәғилев 96 балл йыйып ҡыуандырҙы. Шулай уҡ төрлө олимпиадаларҙа урын алып йөрөгән бик тырыш егет ул.
Бик башлы, тырыш егет Илнар Әхмәтов 94 балл йыйҙы.
Юлиә Ҡурамшинаның иҫәбендә 92 балл. Юлиә лә тыйнаҡ, эшсән ҡыҙ.
Миндә 10-сы кластан ғына уҡый башлаған Арслан Ишмырҙин 90 балл йыйҙы. Тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта ҡаратырыш ул Арслан.
Төрлө олимпиадаларҙа алдынғы урындар алып йөрөгән маҡсатҡа ынтылышлы, тырыш ҡыҙ Рузалина Арыҫланғужина 88 балл йыйҙы.
Шулай уҡ тырыш, аҡыллы Иҫке Мөсәт егете Сыңғыҙ Уразаевты ла 10-сы кластан уҡытам. Уның менән астрономиянан олимпиадала ла ҡатнаштыҡ. Ул 80 балл йыйҙы.
Уҡыусыларым менән ғорурланам. Уларҙың барыһына ла үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, тормошта лайыҡлы урындарын табыуҙарын теләйем. Иң мөһиме, сәләмәт, имен булһындар.
Һуңғы ҡыңғырау үткәс, 11-селәремә сәй эсерә торған ғәҙәтем бар. Быйыл да эшләнем быны. Шунда балалар:
-Беҙ физиканы бөтөнләй белмәй инек. Һеҙҙең арҡала физиканы аңлай, хатта ярата башланыҡ, - тинеләр. Уҡытыусының эшенә ошонан да ҙурыраҡ баһа булмайҙыр ул...
Берҙәм дәүләт имтиханына төп әҙерлек эштәрен 10-сы кластан башлайбыҙ. Физика буйынса төп дәүләт имтихандарын биргән балалар менән эшләүе еңелерәк.
Хәҙер балаларҙың теге йәки был фәнде белеүҙең үҙҙәренең киләсәге менән бәйле икәненә төшөнөп, аңлы рәүештә әҙерләнеүҙәре ҡыуандыра. Тырышлыҡ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай ул, - ти талантлы уҡытыусы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул үткән уҡыу йылында онлайн рәүештә Сибайҙағы Р. Өмөтбаев исемендәге гимназияның 10-11-се класс уҡыусыларын да уҡытҡан һәм имтихандарға әҙерләшкән.
-Уларҙы онлайн форматта кискеһен уҡыта торғайным. Алдан уҡытҡан физика уҡытыусылары мәрхүмә булып ҡалған да, уҡытыусыһыҙ ыҙалап, миңә мөрәжәғәт итеп, онлайн уҡытыуымды һоранылар. Ахыры, риза булдым.
Сибайҙа ҡала буйынса быйыл физиканан 72 бала берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған. Минең онлайн уҡытҡан уҡыусыларымдың береһе – Алина Ғиззәтуллина физика буйынса ҡалала иң ҙур балды - 98 балл йыйған, - ти уҡытыусы.
Районда ғына түгел, республикала иң яҡшы физика уҡытыусыларының береһе булып танылған Фәнүзә Әҡсән ҡыҙын һәм уның юғары балдар йыйған тырыш уҡыусыларын ҡотлайыҡ һәм барлыҡ уй-хылдарының тормошҡа ашыуын теләйек.
Т. Баһауетдинова.