

Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто тау башында урынлашҡан. Яҡында һыу сығанағы булмау сәбәпле, техник хеҙмәткәрҙәргә оҙаҡ йылдар дауамында мәҙәниәт йортона һыуҙы көйәнтәләп, текә тауға үрләп ташырға тура килде. Быйылғы отчет йыйылышында тағы ла ошо һорау күтәрелгәйне. Район етәксеһе был мәсьәләне хәл итеү юлын тапты.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин район бюджетынан Килдеғол мәҙәниәт йортона һыу үткәреү өсөн 197 мең һум аҡса бүлергә ҡарар сығарҙы.
Баймаҡ егеттәре мәҙәниәт йорто янында 30 метр тәрәнлектә скважина быраулап, һыу сығарып бирҙеләр. Илһам Ғәйнуллин экскаватрлы тракторы менән канализация өсөн соҡор һәм торба һалырға траншея ҡаҙҙы, бер юлы бәҙрәф соҡоро ла эшләне.
Илназ Искужин килеп, тракторы менән бетон ҡулсаны соҡорға төшөрөп китте. Бинаға һыу үткәреү эштәрен Рудамил Мостафин башҡарҙы. Мәҙәниәт йорто бинаһының ике бүлмәһенә йылы һәм һыуыҡ һыу крандары урынлаштырылып, канализация торбаһына тоташтырылды.
Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең зарҙарын ишеткән һәм тиҙ арала хәл итеү юлын тапҡан район башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улына һәм һыу үткәреүҙә булышлыҡ иткән барыһына ла рәхмәттәрен белдерәләр.
Сығанаҡ: https://vk.com/kipcak.covet