Мәҙәниәт
27 Март , 10:00

Күңелендә тулы моң ғына

Районыбыҙҙа халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыуға, райондың мәҙәни тормошон үҫтереүгә күп көс һалған, үҫеп килеүсе быуында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индергән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең береһе, район мәҙәниәт һарайының художество бүлеге методисы Дилә Сәғәҙиева йыр-моңға бәләкәйҙән ғашиҡ.

Күңелендә тулы моң ғынаКүңелендә тулы моң ғына
Күңелендә тулы моң ғына

25 март - Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған ҡыҙҙың бала сағы Байназар ауылында үтә. Радионан күңеленә ятҡан йырҙарҙы бер ишетеүҙә отоп алып йырлап йөрөгән һеңлеһенең һәләтен тойомлаған апайы уны Ғәзиз Әлмөхмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатына урынлаштыра. 5-се кластан алып 11-сене тамамлағансы буласаҡ музыкант шулай Өфөлә белем ала, аккордеон класын тамамлай. Гимназиянан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә, хор-дирижерлыҡ бүлегендә һөнәр алып сыға. Ҡулына диплом алған йәш белгес Бөрйәнгә ҡайтып, район мәҙәниәт һарайына эшкә урынлаша һәм бөгөнгө көнгә тиклем яратҡан эшенә тоғро ҡалып, сәнғәт өлкәһендә хеҙмәт итеүен дауам итә. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, эшенән китеп, икенсе өлкәләрҙә лә үҙен һынап ҡарарға тура килә уға. Әммә бөтә күңеле менән моңға ғашиҡ Дилә сәнғәтһеҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай.
Сағыу, күңелле һәм тантаналы саралар һәм концерттар ҡарағанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тормошо тотош байрамдарҙан ғына торған кеүек тойола. Әммә был саралар артында ниндәй ҙур хеҙмәте ятыуын үҙҙәре генә беләлер.

-Мәҙәниәт өлкәһендә эшләү универсаль булыуҙы талап итә. Кәрәк саҡта йырлайһың да, бейейһең дә, алып барыусы булырға ла кәрәк, хужалыҡ эштәрендә лә ярҙамлашабыҙ. Мәҙәниәт һарайында ижади персонал күмәк түгел, шуға бөтә эштәргә лә яраҡлашып бөткәнбеҙ.
Беҙҙең эште күптәр еңел генә хеҙмәт тип ҡабул итә, сәхнәгә сығып йырлап-бейеп кенә эшләйһегеҙ, тигән фекерҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшен ошо өлкәлә эшләп ҡарағандар ғына аңлайҙыр. Ул - көндәлек хеҙмәт, көндәлек ижад, көндәлек үҙ өҫтөңдә эшләү. Әммә эшемде мин бик яратам. Мәҙәниәт – ул минең бөтә тормошом икәнде үҙем дә яңыраҡ ҡына аңлап ҡалдым. Ялдарҙан һуң эшемде һағынып барам. Халыҡтың тормошон сағыуыраҡ итеп, мәҙәни ялдар ойоштороу, кешеләр менән эшләү, яңы таланттарҙы сәхнәгә күтәреү, тамашасыларҙың ихлас алҡыштарын күреү, коллективта кәрәкле белгес булыу - үҙе бер бәхет, - ти Дилә Вәзих ҡыҙы.


Үрҙә әйтелгән эштәренән тыш, бер нисә йыл сәнғәт мәктәбендә вокал, сольфеджио, музыка теорияһы дәрестәрен алып бара. Мәҙәниәт һарайында ансамблдәр ойоштороп, улар менән дә шөғөллөнеп өлгөрә Дилә Вәзих ҡыҙы. Балаларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҡыусы ҡыҙҙарҙан торған “Тамсыҡай” вокаль ансамблен булдырып, улар менән төрлө конкурстарҙа, мәҙәниәт һарайында үткән күп кенә сараларҙа ҡатнашалар, концерттарҙа сығыш яһайҙар. Уның етәкселегендәге район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренән торған “Йәйғор” вокаль ансамбле өс йыл элек халыҡ исемен алыуға өлгәшә. Республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеүҙәре лә бихисап хәҙер. Мәҫәлән, 2024 йылда Иглин районында М. Хисмәтуллин иҫтәлегенә арналған йыр бәйгеһендә - 2-се, 2025 йылда Ғ. Хәмзин иҫтәлегенә ярышта 2-се урын алыуға өлгәшәләр.
Дилә Вәзих ҡыҙы үҙе лә ҙур сәхнәләргә сығып, яңғыҙ башҡарыусылар араһында уҙған конкурстарҙа көсөн һынап ҡарай. 2013 йылда “Юлдаш йыры”нда ҡатнашып, “Тыуған яҡ һандуғасы” номинацияһында, 2014 йылда “Башҡорт йыры” телевизион йыр бәйгеһендә “Һирәк башҡарылған халыҡ йырын оҫта башҡарыусы” номинацияһында еңеп сыға.
Шулай уҡ 2014 йылда “Ирәндек моңдары”нда - 3-сө урын, Күмертау ҡалаһында уҙған “Уңышҡа юл” төбәк-ара вокал конкурста 1-се урын ала.
Бер осоро йырҙар ижад итеү менән әүәҫләнеп китә. Уның “Арнап йырҙар яҙҙым”, “Мин бит һинһеҙ йәшәй алмайым”, “Рәхмәт һиңә, Хоҙайым”, “Тыуған яғым” йырҙарын районда ғына түгел, республикала ла яратып тыңлаусылары табыла.

Уҙған йылда йыр ижад итеү теләге йәнә барлыҡҡа килә, районыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейына арнарға ҡарар итә уны.
-“Бөрйәнгә мәҙхиә” тип атала ул йыр. Буласаҡ йырыма текст эҙләй башланым. Аңғармаҫтан таптым уны. “Таң” гәзите килде лә, уҡып ултырһам, Айһылыу апай Ғарифуллинаның Бөрйән тураһында матур-матур шиғырҙары баҫылған икән. “Бөрйәнгә мәҙхиә” тигән шиғырына күңелемдә шунда уҡ көй тыуҙы. Минең уйлауымса, йыр бик матур килеп сыҡты. Уға аранжировка эшләтеп, Өфөлә “Бөрйәндәр йыйыны”нда ла башҡарып ҡайттыҡ. Аллаһ бирһә, артабан да ошо йүнәлештә ижадымды дауам итергә ине, - ти йырсы.
-Заман үҙгәргән һайын кеше үҙгәрә. Халыҡты мәҙәни сараларға ылыҡтырыу йылдан-йыл ауырлаша бара. Күптәр интернетҡа ылығып, күберәк өйҙә генә ултырыуҙы хуп күрә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ мәҙәниәт усаҡтарында саралар үтә, хеҙмәткәрҙәр эштәрен урын-еренә еткереп, яратып башҡаралар. Уларға уңыштар, шулай һәр ваҡыт эштәренә тоғро булып ҡалыуҙарын теләйем. Күңелендә моң булған кешенең йөрәгендә боҙоҡлоҡ булмай ул. Шуға ла райондаштарыбыҙҙы сәнғәткә яҡыныраҡ булыуҙарын, мәҙәни сараларға йышыраҡ йөрөүҙәрен теләр инем, - ти ғүмеренең күп өлөшөн мәҙәниәткә бағышлаған хеҙмәткәр.
Балаларына ла матур тәрбиә биреп, төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша Дилә ханым. Өлкән улы быйыл автотранспорт колледжын тамамларға йыйына, мәктәптә уҡығанынан алып бейеү менән шөғөлләнә. Уртансы ҡыҙы Рушана медицина колледжының 1-се курсында уҡый, шиғыр һөйләүгә маһир. Бәләкәс ҡыҙы Нурия 3-сө класта уҡый, йырға ла, бейеүгә лә ихлас, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.
«Ниндәй йырҙарҙы башҡарыу айырыуса оҡшай?» тигән һорауыма, бөтә төр йырҙар ҙа оҡшай, шулай ҙа ретро йырҙар миңә яҡыныраҡ, тине әңгәмәсем.
Киләсәктә лә ижадын үҫтереп, матур йырҙар яҙырға, районда мәҙәниәтте үҫтереүгә артабан да үҙ өлөшөн индереп, бөтә көсөн һалып башҡарған эшенән йәм табып, күңелендә тулып ятҡан моңон тамашасылары менән уртаҡлашып йәшәргә яҙһын уға.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас