Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар , 14:41

«Пушкин картаһы» йәштәргә мөмкинлектәр арттыра

Йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе мәҙәни сараларға ылыҡтырыу маҡсатында 2021 йылда Рәсәйҙә “Пушкин картаһы” булдырылғайны. Уны ғәҙәти банк картаһы тип әйтергә була. 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәш кешеләргә тәғәйенләнгән был картаға дәүләт тарафынан йыл һайын 5 мең һум күләмендә аҡса һалына. Был аҡсаны йәштәр үҙҙәре теләгән мәҙәни сараға билет алыу өсөн ҡуллана. Ошоға тиклем “Пушкин картаһы” менән 13 миллион йәш кеше ҡулланған һәм был һан әле лә артыу өҫтөндә.

«Пушкин картаһы» йәштәргә мөмкинлектәр арттыра
«Пушкин картаһы» йәштәргә мөмкинлектәр арттыра

Районда “Пушкин картаһы” менән эшләүҙе әүҙемләштереү маҡсатында район хакимиәтендә мәҙәни учреждениелар етәкселәре, мәктәп директорҙары ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Унда әйтелеүенсә, мәктәптәрҙә “Пушкин картаһы”н алыуға хоҡуҡлы 702 үҫмер иҫәпләнә, шуларҙың 641-е карта менән ҡуллана. 11 мәҙәниәт учреждениеһы һәм 5 китапхана “Пушкин картаһы” менән эшләй. Районда үткән мәҙәни сараларҙа 2024 йылда - 2227, ә үткән йылда 2044 билет һатылған.

Был карта менән Рәсәйҙең теләгән төбәгендә мәҙәни сараларға, күргәҙмәләргә, театрҙарға йөрөргә мөмкин. Ә Бөрйәндә район мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары, сәнғәт мәктәбе, китапхана хеҙмәткәрҙәре үткәргән сараларҙан тыш, “Пушкин картаһы” менән “Бөрйән” кинозалына, М. Сәғитов исемендәге һәм "ШүлгәнТаш" музейҙарына, ҡырҙан килгән тамашаларға билеттар алырға була. Былтыр районда “Пушкин картаһы” менән ҡулланыуға хоҡуҡтары булғандарҙың 51 проценты ғына был мөмкинлек менән файҙаланған. 

 

Дәүләт тарафынан булдырылған бушлай карта менән ҡулланмауҙың төп сәбәптәренең береһе - пособие һәм башҡа түләүҙәр юллаусы ата-әсәләрҙең, дөйөм килемгә йоғонто яһай, тип балаларының “Пушкин картаһы”н юллауына ҡаршы булыуы.

РФ Хөкүмәтенең 2022 йылдың 16 декабрендәге “Бала табыу һәм тәрбиәләү менән бәйле айлыҡ пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибе тураһында” 2330-сы ҡарарына ярашлы, “Пушкин картаһы” пособиелар, түләүҙәр күләменә бер нисек тә йоғонто яһамай һәм ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпләгәндә иҫәпкә алынмай. 

 

Икенсе сәбәп - үҫмерҙәрҙең “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымтаһына теркәгән сим-картаһын алмаштырыуы йәки картаның ата-әсәһенең, башҡа туғандарының телефон номерына беркетелеүе. Билет алғанда махсус код килеү сәбәпле, “Пушкин картаһы”ның үҫмерҙең шәхси телефон номерына беркетелеүе мотлаҡ. Был проблема килеп сыҡмаһын өсөн телефон һандарын алмаштырған саҡта ҡушымтаға инеп, яңы номерҙы беркетергә, әлеге ваҡытта ошо проблема күҙәтелһә - “Күп функциялы үҙәк”кә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙарға “Пушкин картаһы”н нисек юлларға?

«Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында теркәлергә, телефонға «Госуслуги. Культура» мобиль ҡушымтаһын ҡуйырға һәм унда «Пушкин картаһы»н сығарыуҙы раҫларға кәрәк. Картаны виртуаль рәүештә ҡулланырға, пластик карта итеп тә сығартып алырға мөмкин.

Дәүләт тарафынан һалынған 5 мең һум аҡсаның 2 меңен кинозалға, ҡалған 3 меңен мәҙәни сараларға билет алыуға тотонорға була.

Ағымдағы йылдан был дәүләт программаһын ВТБ банкы хеҙмәтләндерә башланы. Әлегә тиклем карта менән ҡулланыусылар “Пушкин картаһы”н яңынан сығарыуға ғариза бирергә тейеш. Быны “Госуслуги.Культура” ҡушымтаһында йәки ВТБ-банктың офисында эшләтергә мөмкин.

 

“Бөрйән” кинозалының администраторы Таңһылыу Балдыбаева:

-“Пушкин картаһы” ғаилә бюджетына зыян килтермәй генә йәштәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең мәҙәни кимәлен күтәреү, уларҙың ялын файҙалы ойоштороу маҡсатында булдырылған. Мәктәп етәкселәре ошо мөмкинлектән файҙаланып, уҡыусыларҙы үҙҙәре теләгән киноларға йөрөтөргә тырыша. Ағымдағы йыл башланыу менән тәүгеләрҙән булып кинозалға Әбделмәмбәт, Ҡолғана, Килдеғол мәктәптәре уҡыусылары килде. Шулай уҡ Ырғыҙлы, Байназар, Иҫке Монасип, Иҫке Собханғол мәктәптәре филиалдары менән уҡыусыларҙың кинозалға килеүен тәьмин итте. Районда “Чебурашка 2”, “Буратино”, “Простоквашино” фильмдары ҙур ихтыяж менән ҡулланды. Әлеге көндә уларға 600-гә яҡын билет алынһа, шуның 350-һе “Пушкин картаһы” менән түләнгән. Әйткәндәй, “Чебурашка 2” фильмы һуңғы аҙна күрһәтелә ине, күп һорауҙар буйынса прокатты 2 аҙнаға оҙайттыҡ.  

«Пушкин картаһы» йәштәргә мөмкинлектәр арттыра
«Пушкин картаһы» йәштәргә мөмкинлектәр арттыра
Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас