Коллективтың исеме ансамбль төҙөлөүгә сәбәпсе булған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фатима Ғәйнуллина хөрмәтенә ҡушылған. Фатима Ғәйнулла ҡыҙы 2016 йылда 80 йәшлек юбилейын ҙурлап үткәреүгә әҙерләнгән ваҡытында мәҙәниәттә эшләгәндә үҙенә бейеү түңәрәгенә йөрөүсе ҡыҙҙарҙан бейеү менән сығыш яһауҙарын һорай. Уның уҡыусылары Лилиә Уразаева, Айнабат Аҡыева, Гөлгөнә Торсонбаева, Наилә Ишкилдина, Ләйсән Ишдәүләтова, Сәлимә Баймырҙина, Гөлшат Хәсәновалар был тәҡдимде ҡушҡуллап күтәреп алалар. Заманында Рәйсә Дауытовала шөғөлләнгән Оксана Зыянгированы ла ансамблгә саҡыралар. Юбилей кисәһенә әҙерләнгәнсе ҡыҙҙар бер-береһенә, бейеү менән шөғөлләнеүгә шул тиклем өйрәнеп китә һәм ансамблде тарҡатмаҫҡа ҡарар итәләр. Һуңыраҡ уларға бейеүгә битараф булмаған ҡыҙҙар - Лиә Мөнирова, Әлмира Айҙарбәкова, Зәйтүнә Мәзинова, Айзилә Балапанова ҡушыла.
Ансамбль тәүге осорҙа сәхнәгә сығарған лирик бейеү, данлыҡлы “Заһиҙә”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Ете ҡыҙ” бейеүҙәрен Фатима Ғәйнулла ҡыҙы коллективҡа үҙе өйрәтә. Һуңынан интернеттан ҡарап, үҙҙәренә ярашлы итеп үҙгәртеп, төрлө халыҡ бейеүҙәрен өйрәнәләр. Уларҙың репертуарында башҡорт бейеүҙәренән тыш, төрөк, һинд, тажик, рус халыҡ бейеүҙәре бар. Шулай уҡ коллективҡа танылған хореографтар Рәис Низаметдинов, Азамат Кәримов бейеүҙәр ҡуйған. “Фатима”лар үҙҙәре бигерәк тә Еңеүҙең 75 йыллығына һалынған “Летчицы” бейеүен яратып башҡаралар.
Ҡыҙҙарҙың бейеү сәнғәтенә һөйөүе ихлас – һәр бейеүгә махсус кейем тектерергә, үҙҙәре тегеп, баш кейемдәре, селтәрҙәр, башҡа аксессуарҙар эшләп алырға ла аптырап тормайҙар. Тамашасы күңелен тап шул сағыу костюмдар, ят бейеүҙәр, оҫта башҡарыу менән яулаған улар. Ансамблдең береһенән-береһе сағыу сығыштары һәр концертҡа йәм өҫтәй. Конкурстарҙа ла һынатмайҙар – йыл һайын Й. Вәхитов иҫтәлегенә үткән бейеү конкурсында ҡатнашалар, 2020 йылда “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында лауреат, “Аҡ быйма” район конкурсында гран-при яулайҙар, иң ҙур ҡаҙаныштары - 2022 йылда “халыҡ” исеме алыуҙары.
Һәр береһенең үҙ ғаиләһе, эше булыуға ҡарамай, коллектив аҙнаһына 2 тапҡыр репетицияға йыйыла. “Бейеү – беҙҙең өсөн ял, сәхнәләге һәр сығыш - байрам”, - ти улар. Ансамбль иҫәбендә әле ике тиҫтәнән ашыу бейеү бар. Онотмаҫ өсөн һәр береһен ҡабатлап, иҫкә төшөрөп торалар, етәкселәре Рәмзиә Мөхәмәтйәнова менән яңы бейеүҙәр өйрәнәләр. Сөнки пландары ҙур – көҙгә хәйриә концерты менән ауылдар буйлап сығыш яһарға йыйыналар.
Бейеүсе ҡыҙҙар ялдарын да файҙалы итеп ойоштора белә: бергәләп Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаһына сәйәхәт иткәндәр, Ф. Ғәскәров ансамбленең концертына, спектаклдәргә йөрөйҙәр. Йыл һайын Ағиҙел буйлап ағыу, Мәсем тауына менеү матур йолаға әйләнгән.
Кемдер ҡушыуы буйынса түгел, ә күңел талабы буйынса районда бейеү сәнғәтен күтәреүсе, күрһәтеүсе, пропагандалаусы “Фатима” халыҡ бейеү ансамбле ҡыҙҙары маҡтау һүҙҙәренә, һоҡланыуға лайыҡ. Бейеү сәнғәтенә һөйөүегеҙ һүрелмәһен, йөрәктәрегеҙҙә янған осҡон тағы ла сағыуыраҡ балҡып яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәһен, “Фатима”лар!