Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Февраль 2025, 13:15

Заман менән бергә

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең быйылғы йылда тәүге йыйылышы - үткән йылға йомғаҡ яһау һәм ағымдағы йылға эш планы, маҡсаттар ҡуйыу кәңәшмәһе булып үтте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы йыйылышты асып, район мәҙәниәт бүлеген етәкләйәсәк Фәнил Мәғәфүр улы Кинйәғолов менән таныштырҙы.

Заман менән бергә
Заман менән бергә

Районда барлығы 27 мәҙәниәт йорто, 21 китапхана, Камил Рәхимов исемендәге район сәнғәт мәктәбе, Мөхтәр Сәғитов музейы эшләй. Уларҙа 375 үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ойошторолоп, шулар араһында 21-е “халыҡ” һәм “өлгөлө”, 3 кеше “халыҡ мастеры” исемен йөрөтә.

Мәҙәниәт һарайы директоры Г. Нәҙершина әйтеүенсә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә халыҡтың ялын ойоштороу, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, һәләтле кешеләрҙе табыу артабан уларҙы үҫтереү менән  бер рәттән мәҙәниәт милли проекттарын үтәү талабы ҡуйылған. Ошо талаптарҙы юғары кимәлдә үтәр өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыл һайын белемдәрен камиллаштырып торалар, уҙған йылда өҫтәмә белем алыусылар етәү.

Районда әһәмиәтле, ҙур саралар даими үтә. Шул иҫәптән билдәле шәхестәрҙең, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир-райондаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолғандары - Байегет Бикбулатов исемендәге “Еҙ үксә” район бейеү, Сынбулат Билалов иҫтәлегенә “Батырлыҡты данлар йырҙар бар” район йыр конкурсы һәм башҡалар.

Заман менән бер ҡатар атлау өсөн мәҙәниәт өлкәһендә лә әленән әле яңылыҡтар, үҙгәрештәр индерелә. Шуларҙың береһе – Пушкин картаһы менән эшләү. Район мәҙәниәт һарайы был карта менән 2021 йылдан алып эшләй, йәғни түләүле сараларға электрон билеттар һата. 2022 йылда кинозал, яйлап Байназар, Әбделмәмбәт, Яңы Собханғол, Ырғыҙлы, Иҫке Монасип мәҙәниәт йорттары Пушкин картаһы менән түләүле саралар үткәрә. Яҡын киләсәктә элемтә булған бөтә ауылдарҙа ла мәҙәниәт усаҡтары ошо юл менән эшләй башлаясаҡ тип күҙаллана. Бөгөнгө көндә район буйынса 617 кеше Пушкин картаһы менән ҡуллана.

Районда үткән мәҙәни сараларҙы райондаштар ғына түгел, республиканың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҡарау мөмкинлеге булһын өсөн барлыҡ мәҙәниәт йорттары ла “Мәҙәниәт. РФ” порталында теркәлеү үткән. Унда һәр үтәсәк сараға белдереүҙәр ҡуйыла, шулай уҡ тура эфир аша сараның үҙен дә ҡарарға мөмкин.

Ҡайһы бер ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары күләмле ремонт эштәре талап итә. 2024 йылда район бюджетынан бер миллион күләмендә аҡса бүленеп, Яуымбай ауыл мәҙәниәт йортоның ҡыйығы алмаштырылған. Тимерҙә спортзал өсөн эшләнгән бинаны мәҙәниәт йорто итеп төҙөкләндереү өсөн мәҙәниәт министрлығынан 102 041, 66 һум аҡса бүленеп, әлеге көндә ул мәҙәниәт усағы булып хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р. Шәрипов биргән 200 мең һум аҡсаға балалар ансамбле өсөн милли костюмдар тектерелгән. "Атайсал” проектына ярашлы, яҡташыбыҙ Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы йыл да күләмле ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортона 2 гармун бүләк иткән. “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Әтек, Ҡолғана, Кейекбай, Яңы Монасип, Нәби, Брәтәк мәҙәниәт йорттарында өлөшләтә ремонт эштәре башҡарылған.

Район-ауыл мәҙәниәт йорттарының бейеү-йыр ансамблдәренең район, республика, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашып яулаған ҡаҙаныштары бихисап. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға әүҙем ярҙам күрһәтеүҙә өлгө булып торалар. Уҙған йылда ойошмалар һәм учреждениелар араһында конкурс форматында фестиваль, мәрхәмәтлек концерттары ойоштороп 400 мең һумға яҡын аҡса тапшырғандар. Унан тыш маскировка селтәрҙәре бәйләү, окоп шәмдәре эшләү һәм башҡа изге эштәрҙә ихлас ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, үҙҙәре башлап йөрөүселәр ҙә.

Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 21 китапхана эшләй. Байназар һәм Яңы Усман ауылдарында халыҡты моделле китапханалар хеҙмәтләндерә. Уларҙа 205 606 дана китап һаҡлана.

“Бөгөн район китапханалары халҡыбыҙға кәрәк икәнлеген иҫбатлап, яңы иҡтисади шарттарҙа йәшәргә өйрәнә. Яңы проект һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, яңы эш алымдарын үҙләштерә. Быйыл “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты сиктәрендә “Мәҙәниәт.РФ” порталында китапханалар тарафынан 50 онлайн сара ойошторолдо.

Китапханаларҙа  йыл буйына яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, билдәле шәхестәрҙең  юбилейҙарына, шулай уҡ исемле һәм иҫтәлекле даталарға сағыу күргәҙмәләр, стендтар, буклеттар эшләнә һәм халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә. Республика йә район күләмендә үткәрелгән төрлө әҙәби сараларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашабыҙ. Күренекле шәхестәр, билдәле әҙиптәр менән әҙәби кисәләр, яңы китаптарҙың исем туйҙары үткәрелә. Уҙған йылда район мәҙәниәт һарайында яҡташтарыбыҙ, күренекле  шағирәләр Айһылыу Ғарифуллина,  Тәнзилә  Дәүләтбирҙинаның   ижад  кисәләре, йәш шағир Рәшит Зәйнуллиндың “Ҡояш күрәм”,  “Бөрйән шуравиҙары”  китаптарының  исем туйы, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың хәтер кисәһе  үтте. “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә Байназар ауыл моделле китапханаһында күренекле яҙыусылар менән осрашыу кисәһе һәм яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың “Йән” китабының исем туйы һәм фекер алышыу ойошторолдо”, - тине район үҙәкләштерелгән китапханалар директоры И. Исламов.

Мөхтәр Сәғитов музейы директоры Р. Иҫәнғужина музейҙа 669 экспонат барлығы, шуларҙың 351-е Рәсәйҙең дәүләт каталогына индерелеүен хәбәр итте. 2024 йылда музейҙа 13 киң сара үтһә, уларҙа 1080 кеше ҡатнашҡан. Быйыл музейҙа Махсус хәрби операцияға бағышлап тематик мөйөш эшләү, музейҙың 30 йыллығын билдәләү планлаштырыла.

Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбендә 310 уҡыусы фортепиано, ҡурай, баян, тынлы инструмент, һынлы сәнғәт, биҙәү ҡулланма сәнғәте, хореография класында белем ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм яңғыҙ ата-әсәләрҙең балалары бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә. Бала мөмкинлектәре сикләнгән ғаиләгә ҡараһа йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булһа, бер ғаиләнән ике бала сәнғәт мәктәбендә белем алһа, 30 процент ташлама ҡаралған. 

“Сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары үҙҙәренең уҡыусыларын йыл әйләнәһенә төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыра. Уҙған йылда мәктәптән халыҡ-ара конкурста 3 уҡыусы дипломант, Бөтә Рәсәй конкурсында 7-әү лауреат, 11 - дипломант, республикала үткән конкурстарҙа 6 уҡыусы дипломант булыуға ирешкән. Мәктәптең “Осҡон”, “Аҡбуҙат”, “Еҙ үксә” өлгөлө, “Йәшлек” бейеү ансамблдәре районда үткән күп сараларҙың сағыу биҙәге булып сығыш яһайҙар”, - тине үҙенең сығышында сәнғәт мәктәбе директоры Р. Иманғолов.

Сығыштар тамамланғас мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре етәкселеккә үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы еткерҙе, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса инструкция үтте, йыл дауамында үтәсәк саралар тураһында фекерләште.

Йыйылыш аҙағында уҙған йылда һөҙөмтәле эшләп, рейтинг буйынса тәүге баҫҡысты биләүсе Яңы Мөсәт, Иҫке Монасип, Аҫҡар мәҙәниәт йорттары маҡтау ҡағыҙҙары, принтер, ултырғыстар менән бүләкләнде. 

Автор: А.Мөхәмәтйәнова
Читайте нас