Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2025, 19:55

Һөнәрмәндәр һаҡлай халыҡ рухын

“Һыуһыҙ ерҙә балыҡ тормаҫ, иҫәпһеҙ өйҙә байлыҡ тормаҫ”, тигәнсә, үткән көн, аҙна, ай, бигерәк тә йылдың тамамында һәр кем үҙ-үҙенәме, ғаиләһе алдындамы, эш урынындамы, халыҡ алдындамы – ошо ваҡыт арауығы өсөн иҫәп-хисап тотоу йолаһы бар. Был үҙе тормош талабы, тәртип ҡануны. Ошо йолаға ярашлы, райондың “Ағинәй”йәмәғәт ойошмаһы һәм“Кәрәҙ”халыҡ ҡорамасылар клубының етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллинаға мөрәжәғәт иттек.

Һөнәрмәндәр һаҡлай халыҡ рухын
Һөнәрмәндәр һаҡлай халыҡ рухын

- Үтеп барған 2024 йыл һеҙҙең өсөн ниндә ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды?

– 2024 йыл “Кәрәҙ” халыҡ ҡорамасылар клубының 10 йыллыҡ юбилей датаһына бәйле булды. Эшләнгән эштәрҙе барларға, үтелгәндәргә байҡау яһарға һәм иҫәп-хисап яһарға мәжбүр итте ул. Район тормошонда әллә ни шау-шоулы ваҡиғалар эсендә ҡайнамаһаҡ та, һанап үтерлек уңыштарыбыҙ бар.

 

-Улай булғас, бер аҙ тарихҡа байҡау яһарлыҡ мөмкинлегегеҙ бар һеҙҙең!

-2014 йылдың октябрендә район мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Кәрәҙ”клубы үҙенең эшмәкәрлеген башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының йәмғиәттәге һәм дәүләттәге социаль статусын күтәреү, уның заман талаптарына ярашлы шөғөлөнә булышлыҡ итеү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында төҙөлгән “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Уставына ярашлы алып барҙы.

 

- Һәр эш ниәттән, алдыңа тәғәйен маҡсат ҡуйыуҙан башлана, шулай бит?

-Әлбиттә, халыҡ коллективы исемен яулаған ҡорамасылар клубы райондың һәр ауылындағы оҫтаҡул ҡатын-ҡыҙҙарҙы ойоштороп, “Бөрйән балы - башҡорт даны” этнофестивален биҙәү маҡсатында иң тәүҙә “Кәрәҙ” проектын тормошҡа ашырҙы. Ошо тәжрибә нигеҙендә Бөрйәндә район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге ярҙамында республика кимәлендә 2017 йылдың июнендә 22 райондан йыйылған делегациялар ҡатнашлығында ағинәйҙәр ҡоро үтте. Был тәжрибә тураһында мәғлүмәт республика кимәлендә хупланып, ҙур йыйынтыҡта теркәлде. “Сборник успешных практик социально ориентированных некоммерческих организаций РБ по решению правления Фонда социального, культурного и экономического развития Уфы «Общественный фонд развития города (2017г.)“ тип атала ине ул. Ошо уҡ проект тураһында Александр Колинченконың “Россия. Культура Башкортостан” каналы өсөн 2019 йылдың авгусында фильм әҙерләп күрһәтеүе беҙҙең өсөн бик иҫтәлекле ваҡиға булды.

 

-Артабан клуб ниндәй пландар менән йәшәне?

-2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһы өсөн әҙерлек осоронда “Кәрәҙ” клубы район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге, Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге менән килешеп, икенсе ҙур проект өҫтөндә эш башланы. «Сергетыш» проекты районыбыҙҙа ярты быуат дауамында үткәрелә килгән ҡышҡы ат сабышы һәм саналы ат ярыштары байрамында аттарҙы һәм һабантуй яланындағы тирмәләрҙе биҙәүҙе маҡсат итеп алған ине. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн Әүжән быйма баҫыу фабрикаһы, Баймаҡ кейеҙ баҫыусылары, кәрәкле туҡымалар килтертеү өсөн магазин хужалары ла йәлеп ителде. Ысын мәғәнәһендә оло сараға әйләнгән был проект 2021 йылдың февралендә Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләүсе Эксперт кәңәшмәнең VII ултырышында ҡаралды. Ошонда ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә, Бөрйән ырыуында ғына һаҡланған сергетыш, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ өлгөһө булараҡ, һаҡлауға һәм таратыуға лайыҡлы тип танылды һәм Берҙәм Реестрҙа теркәлде.

 

- ”Сергетыш” проектының нисек тормошҡа ашырылыуына бөтә район халҡы шаһит икәнен беләбеҙ. Уларһыҙ бер ниндәй сара үтмәй тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Был сараның иң сағыу мәлдәрен иҫкә төшөрөп үтһәгеҙ ине?

- 2021 йылдың 6 июлендә VI Бөтә донъя Фольклориадаһы сигендә район мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған ҙур күргәҙмәлә сит ил ҡунаҡтарына иҫтәлеккә фотоларға төшөү өсөн Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙарының сергетыштары эленгән рәт иң затлы, сағыу фон һәм зауыҡлы тамаша булды. Был саранан һуң яҡташыбыҙ Рәшиҙә Ишембетова БСТның «Башҡорттар» тапшырыуы өсөн “Сергетыш” тураһында фильм төшөрөп, оҫтабикәләребеҙҙе республика халҡына танытты. “Кәрәҙ”селәр шулай уҡ Өфөлә Республика халыҡ ижады үҙәгендә йыл аша үткәрелә килгән “Ҡораматуй” фестивалендә даими ҡатнашып, дипломдар яулай килә. Бынан тыш, “Торатау” Конгресс-холында, ВДНХ залында республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнашырға тура кил де бөрйән ҡорамасыларына. Ошо йылдар дауамында коллектив инде бер-нисә тапҡыр БСТ-ның “Алтын тирмә”, “Бәхетнамә”телевизион тапшырыуҙарына саҡырылды һәм республика халҡында танылыу тапты.

 

-Ябай ғына көнкүреш кимәлендә ҡулланылған ҡорамасы һөнәрен һеҙ сәнғәт кимәленә күтәрештегеҙ. Өсөнсө йыл Баймаҡ районы Граф күле буйында БР Башлығы ҡатнашлығында ойошторолған “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленең бөрйәндәрҙең “Сергетыш” проекты ҡатнашлығынан тыш үтмәүе – “Кәрәҙ” халыҡ ҡорама клубының эшенә ҙур баһа түгелме?

- Эйе, был йүнәлештә һанап бөткөһөҙ күп дипломдар, рәхмәт хаттары бар. Һуңғыһы-ошо фестиваль сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре берекмәһенең генераль директоры Г. Кәримованың башҡорт халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм йәйелдереү эшендә әүҙемлек, республика буйынса вальтрап сергетыш әҙерләү буйынса юғары кимәлдә ойошторған оҫталыҡ дәрестәрен баһалаған рәхмәт хаты.

 

-Башҡортостанда 2020 йылдан “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проекты старт алды. Проект әүҙем өлкән быуын граждандарына, йәғни 55 йәштән өлкән пенсионерҙарға иҫәпләнгән. Был сарала ҡатнашыуығыҙ тураһында ла бер аҙ мәғлүмәт бирмәҫһегеҙме?

- “Кәрәҙ” клубының эшмәкәрлеге проектҡа тәбиғи рәүештә, үҙенән-үҙе тап килеп торғанға күрә, район хакимиәте беҙгә үткән йылдың июль айында Белорет ҡалаһында уҙған зона конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итте һәм яңылышманы. Бөрйән ҡорамасылары I дәрәжә лауреат исемен яулап, иң алдынғы тәжрибәлеләр сифатында сентябрь айында Өфөлә проекттың республика этабында ҡатнашты.

 

-“Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды” нәшерләгән “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” исемле иң яҡшы тәжрибәләр тупланған йыйынтыҡ та район хакимиәтенә килеп еткәне, унда һаҡланғаны хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Унда БР муниципаль район Бөрйән районы буйынса “Сергетыш”проекты тураһында ентекле һәм тулы мәғлүмәт бирелгән.

–Эйе, ошо йыйынтыҡҡа инеүебеҙ, бер ваҡытта фәҡәт 17 октябрҙә, “Кәрәҙ”халыҡ клубының ойошторолоуына 10 йыл тулған көндә, Рәсәй телевидениеһы ошо йылдар дауамында тормошҡа ашырыла килгән “Сергетыш” проекты тураһында «Пряничный домик» исемле каналында тапшырыу әҙерләп күрһәтеүе донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай, тигәнгә ышаныусыларға дәлил. Ошо 10 йыл дауамында “Кәрәҙ”халыҡ клубының башынан алып бөгөнгәсә тоғролоҡ һаҡлап килгән оҫтабикәләргә, проекттарымды тормошҡа ашырыуҙа даими ҡатнашып, даныбыҙҙы инде Рәсәй кимәленәсә күтәрмәләшкән ҡатынҡыҙҙарға ҙур рәхмәтемде еткергем килә!

 

-“Кәрәҙ”халыҡ клубының артабанғы пландары нисек?

-”Сергетыш” проекты инде көнкүрешкә ныҡлы үтеп инде, күләмле төҫ алды. ”Айыҡ ауыл” программаһына ярашлы, йыл да бер ауыл биләмәһе ҡышҡы ат ярыштарында сират менән Күҙәмбәт яланында үткән байрамды биҙәй. Үткән йылдарҙа байназарҙар, ғәлиәкбәрҙәр, монасиптар, ҡыпсаҡтар, кейекбайҙар, әтектәр ал бирмәһә, быйыл Ырғыҙлы биләмәһенә ҡараған ҡотандар, мәҡсүттәр ҙә был йолала һынатмаҫ тип ышанабыҙ, уларға ярҙамға килергә, оҫталыҡ дәрестәренә барырға саҡырыу ғына көтәм. Ә инде башҡа оҫталарҙы көнкүрештә һәр өйҙә ҡулланылған төрҙәрен, тәғәйенләнешен, тарихын, фәлсәфәһен ныҡлы өйрәнеп, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашырға “Шаршау” проектына әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ. Башҡорт ғаиләһендә әҙәм балаһы шаршау артында был донъяға килгән, сабый сағында ят күҙҙәрҙән сәңгелдәктә ҡорған аҫтында һаҡланған, кейәү менән кәләш ҡорона ингәс, сымылдыҡ артында ҡушылған, ҡартайып кәре киткәндә ҡорған артында көн күргән, һуңғы юлына - ер өйөнә күскәндә лә шаршауҙың кәрәге тейгән... Ошо турала белгәндәребеҙ, ҡәҙерләп һаҡлаған хәтирәләребеҙ менән уртаҡлашып, иҫләгәндәребеҙҙе ҡағыҙға төшөрөп, гәзиттә баҫтырып, өләсәй-әсәйҙәрҙән ҡалған өлгөләр менән таныштырып, боронғоларын тергеҙеп, яңыртып, киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдырыр өлгөләр булдырайыҡ!

Т. ҒИНИӘТОВА.

Автор:
Читайте нас