Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь , 08:20

Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!

26 сентябрьҙә Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң "Дуҫлыҡ" бейеү ансамбле өлкән быуын кешеләре өсөн ойошторолған "Мин яратам һине, тормош! " республика фестиваленең Гала концетында ҡатнашып, райондаштарыбыҙ сағыу сығыштары менән һоҡландырып, 1-се урын алыуға өлгәште.

Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!

Афарин, Яңы Усмандар! Шулай уҡ был фестивалдә эстәлекле, матур күргәҙмә менән Яңы Мөсәт ауылының күркәм ғаиләләренең береһе Рәмзилә һәм Дамир Уразаевтар Бөрйәнебеҙҙең данын күтәрҙе. Мәҙәниәткә, сәнәғәткә ғашиҡ райондаштарыбыҙ һәр саҡ уңыштары менән ҡыуандырып торһондар!

Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре Өфө сәхнәһен дер һелкетте!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: