Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Сентябрь , 08:35

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә 1 миллион һум түләнә

Башҡортостан хөкүмәтендә дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары мәсьәләһе тикшерелде. Республика Башлығының «Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указын үтәү өсөн хөкүмәт ҡарары проекты әҙерләнгән.

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә 1 миллион һум түләнә
Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә 1 миллион һум түләнә

Хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров әйтеүенсә, республика етәксеһе ҡушыуы буйынса дүртенсе йыл мәҙәниәт өлкәһе белгестәренә бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләнә. 2021-2022 йылдарҙа түләүҙең күләме бер белгескә 500 мең һум тәшкил итһә, былтырҙан алып уның суммаһы 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Аҡсаны «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» республика программаһы сиктәрендә 120 белгес алды. Быйыл тағы 30 кешегә ярҙам күрһәтеү планлаштырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова мәҙәниәт, художестволы белем биреү өлкәһе белгестәренә аҡса түләүгә килешеүҙәр төҙөү өсөн муниципалитеттарҙы һайлап алыу тәртибенә ентекле туҡталды. Проектҡа ярашлы, аҡсалата түләүгә 2021 йылдан ауылдарға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан 35 йәшкә тиклемге белгестәр дәғүә итә ала, түләүҙең күләме – 1 миллион һум. Маҡсатлы түләү белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы, шулай уҡ шәхси автотранспорт һатып алыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы дәүләт мәҙәниәт учреждениеларынан һәм муниципаль берәмек хакимиәттәренән ғаризалар ҡабул итә.

– Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән дәүләт ярҙамы менән мәҙәни-ял итеү учреждениелары һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары, бәләкәй ауыл музейҙары белгестәре әҙер торлаҡ йәки йорт төҙөү өсөн ер участкаһы, төҙөлөш материалдары йәки шәхси автомобиль һатып алыу, ипотека өсөн беренсе иғәнә индереү йәки ипотеканы ҡаплау мөмкинлеге алды. Уларҙың уртаса 29 йәштә булыуын иҫәпкә алғанда, ярҙам ҙур булмаған ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа мәҙәниәтте үҫтереү өсөн лайыҡлы нигеҙ булып тора. Республикабыҙ тәжрибәһе «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһына нигеҙ итеп алынды, ул президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса киләһе йылдан тотош илдә ғәмәлгә ашырыла башлай, – тип йомғаҡ яһаны Әминә Шафиҡова.

Мәсьәләне ҡарағандан һуң, Андрей Назаров ҡарарҙы тәҡдим ителгән редакцияла ҡабул итергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-09-24/selskie-rabotniki-kultury-bashkirii-poluchat-vyplaty-v-razmere-1-mln-rubley-3943286

 

Автор:
Читайте нас: