Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Сентябрь , 09:15

“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!

Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йортоноң һәр сараһын биҙәүсе “Йәнбикә” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары тәбиғәтте балҡытҡан “әбейҙәр сыуағы” мәлендә Шүлгән мәмерйәһенә барып, Ағиҙел буйында йырлап-бейеп, көҙгө тәбиғәттә самауыр сәйе эсеп ял итеп ҡайтҡандар.

“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!

-Алтын көҙҙөң матур көндәренең береһендә Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йopтoнда үткән һәp cаpала актив ҡатнашҡан, беҙҙең эшебеҙҙә төп яpҙамcылаp булған "Йәнбикә" анcамбле апайҙаpы менән Шүлгән мәмерйәһенә экскурсияға барҙыҡ. Һәр кем тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығына, матурлығына һоҡланды. Ағиҙел йылғаһы буйында йырлап, бейеп тә алды апайҙар. Өфөнән килгән "Мираҫ" белгестәренең мастер- кластарында ҡатнаштылар. Самауыр сәйе эсеп, беp көнгә баpлыҡ мәшәҡәттәpҙе cиткә ҡуйып, күңелле ял иттек.
"Йәнбикә" апайҙарына киләсәктә лә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, имен, бәрәкәтле тормошта ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ! – тип хәбәр итәләр Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
“Йәнбикә”ләр – Шүлгәндә!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: