Әйтәйек, “Мәҙәни мөхит” милли проектына ярашлы, 2019 йылда район мәҙәниәт һарайы реконструкцияланып, уның матди-техник базаһы байытылһа, ошо уҡ йылда Рәсәй Федерацияһының кино фондынан аҡса бүленеп, районда 48 урынлыҡ иркен, матур кинозал барлыҡҡа килде.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева:
- Йылдан-йыл мәҙәниәтте үҫтереүгә хөкүмәтебеҙ тарафынан иғтибар арта бара. Һуңғы йылдың эштәрен генә атап киткәндә, “Реаль эштәр” проекты буйынса Ҡотан мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрҙек, Яңы Усман мәҙәниәт йортонда йылытыу мейесен алмаштырҙыҡ. Шулай уҡ Мәһәҙей мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһына ремонт эшләнде, Яңы Собханғолға сәхнә кейемдәре тектерә алдыҡ.
“Атайсал” проектын телгә алмайынса үтә алмайым. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо проект сиктәрендә 3 йыл рәттән Ырғыҙлы ауылында яҡташтарына йыр-моң байрамы бүләк итте. Унан тыш, ауылдың бейеү ансамбленә бейеү костюмдәре, мандолиналар, теген машиналары алып бирҙе, Яңы Собханғол мәҙәниәт йортоноң 2 бейеү ансамблен костюмлы итте.