Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июль , 15:42

Йәш белгестәр иғтибар үҙәгендә

Илебеҙҙә 2021 йылдан эшләй башлаған “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы илебеҙҙә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танылды. Ул тормошҡа ашырыла башлағандан алып маҡсатҡа ярашлы 75 млн һум аҡса йүнәлтелеп,120 мәҙәниәт белгесе үҙенең йәшәү шарттарын яҡшыртты. Был иҫәптә беҙҙең райондан да 3 мәҙәниәт хеҙмәткәре бар.

Йәш белгестәр иғтибар үҙәгендә
Йәш белгестәр иғтибар үҙәгендә

Район мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып эшләүсе Нәзилә Әлибакова:
“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы йәш белгестәрҙең ауыл ерҙәренә эшкә ҡайтыуына ҙур этәргес булып тора. Был программаға эләгеүемә бик шатмын, ул минең өсөн ҙур ярҙам. Ипотека алып, ошо аҡсаны ҡушып, район үҙәгенән өй һатып алырға уйлайым”.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: