Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июль , 10:39

Мәҙәниәт усаҡтарына ҙур ярҙам

Халыҡтың көндәлек тормошон сағыуыраҡ итеү, мәҙәни ялдар ойоштороу йәһәтенән районда мәҙәниәт өлкәһендә күп эштәр башҡарыла. Хөкүмәт тарафынан мәҙәниәтте юғары кимәлгә күтәреү, йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу буйынса бихисап проекттар ҡаралған.

Мәҙәниәт усаҡтарына ҙур ярҙам
Мәҙәниәт усаҡтарына ҙур ярҙам

“2023 йылда мәҙәниәт өлкәһенә 14 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән, был үткән йыл менән сағыштырғанда 12,3 процентҡа юғары. Беҙҙең бурыс – был һанды йылдан-йыл күбәйтеү”, - ти, республика башлығы Р. Хәбиров.
Һөҙөмтәле проекттарҙың береһе “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә, районда Байназар, Иҫке Монасип, Ҡотан, Яңы Усман мәҙәниәт йорттарына финанс ярҙам күрһәтелеп, уларға ремонт эшләү, музыка ҡоралдары, аппаратура, сәхнә кейемдәре һ.б. һатып алыу мөмкинлеге бирелгән.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: