-Тәүге шундай ҙур конкурс булды минең тормошомда. Шуға әҙерәк баҙап ҡалдым, ахыры. Әлбиттә, мин яҡшыраҡ булдыра алам, ә инде был минең өсөн тәжрибә булды.
Был конкурстан һуң мин күп нәмәгә төшөндөм:
- бер ҡасан да кешеләрҙе уйлап, үҙең тураһында онотмаҫҡа;
- үҙеңде бер кемдән дә кәм тоймаҫҡа - һәр кеше үҙенсәлекле.
Атайым менән әсәйемә ҙур рәхмәт. Роза апайыма һәм бер туғандарыма миңә ышанғандары өсөн рәхмәттең ҙуры. Һәм ҙур рәхмәт Илүзә апай Шәйәхмәтоваға - миңә ярҙам итергә ризалашты.
Алыҫ араны яҡын итеп барғандары өсөн дуҫтарыма, яҡындарыма ҙур рәхмәт.
Минең өсөн тауыш биргәндәргә рәхмәт.
Айырым рәхмәт һүҙҙәре Гөлнара апай Ғилмановаға, Розалия апай Ғәйфуллинаға, Альберт ағай Сабировҡа.
Наҙгөл Заһиҙуллина, Ирада Ғәлиуллина, Айлина Ғәлиуллина, Азалия Вәлиеваларға йола күрһәтешкәндәре өсөн рәхмәтлемен. Бик һөйкөмлө, ихлас ҡыҙҙар!
Үҙемдең сығышым менән бигүк ҡәнәғәт түгелмен. Әгәр ҙә икенсе тапҡыр ҡатнашып ҡарарға тура килһә, күпкә яҡшыраҡ сығыш яһаясаҡмын. Мин үҙемдең көсөмә һәм һәләттәремә ышанам! – ти медицина юлын һайлап, шул йүнәлештә белем алған һәм бөгөнгө көндә шул өлкәлә эшләүсе тырыш ҡыҙ үҙенең сәхифәһендәге яҙмаһында.
Республика конкурсында ҡатнашырға йөрьәт итеү – үҙе ҙур еңеү! Еңеүҙәрең алда әле, Гөлназ һылыу! Бәхетле бул!