Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июнь , 15:18

Маҡсаттары - тормошто сағыуыраҡ итеү

Халыҡтың көндәлек тормошон сағыуыраҡ итеү, мәҙәни ялдар ойоштороу йәһәтенән районда мәҙәниәт өлкәһендә күп эштәр башҡарыла. Башҡорт халҡының тарихын, ерлеген, йолаларын һаҡлап ҡалыуҙа, уны үҫтереүҙә мәҙәниәттең роле һис шикһеҙ ҙур һәм баһалап бөткөһөҙ. Хөкүмәт тарафынан мәҙәниәтте юғары кимәлгә күтәреү, йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу буйынса бихисап проекттар ҡаралған.

Маҡсаттары - тормошто сағыуыраҡ итеү
Маҡсаттары - тормошто сағыуыраҡ итеү

“2023 йылда мәҙәниәт өлкәһенә 14 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән, был үткән йыл менән сағыштырғанда 12,3 процентҡа юғары. Беҙҙең бурыс – был һанды йылдан-йыл күбәйтеү”, - ти, республика башлығы Р. Хәбиров.

Бөгөнгө көндә республика буйынса 114 сәнғәт мәктәбе, 8 колледж заманса ҡорамалдары һәм музыкаль ҡоралдары менән тәьмин ителгән, 10 автоклуб һатып алынған, 16 модель китапханаһы, 11 виртуаль концерт залы булдырылған. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл ерҙәрендә 36 кинозал модернизацияланған.

 “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә республикала 205 мәҙәни ял итеү учреждениеһының һәм 8 театрҙың матди-техник базаһы нығытылған. Беҙҙең райондан ғына 4 ауыл мәҙәниәт йортона – Байназар, Иҫке Монасип, Ҡотан, Яңы Усман мәҙәниәт йорттарына финанс ярҙам күрһәтелеп, мәҙәниәт йорттарына ремонт эшләү, музыка ҡоралдары, аппаратура, сәхнә кейемдәре һ.б. һатып алыу мөмкинлеге бирелде. 

“Мәҙәни мөхит” милли пректына ярашлы, 2019 йылда район мәҙәниәт һарайы реконструкцияланып, уның матди-техник базаһы байытылды. Ошо уҡ йылда Рәсәй Федерацияһының кино фондынан аҡса бүленеп, районда 48 урынлыҡ иркен, матур кинозал барлыҡҡа килде.

Милли проекттарҙа, ППМИ-ларҙа әүҙем ҡатнашыуҙың һөҙөмтәһе булып һуңғы 5 йыл эсендә Әбделмәмбәт ауылында өр-яңы мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты, Ғәҙелгәрәй мәҙәниәт йортона һәм Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә капиталь ремонт үткәрелде.

Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева:

  • Бөгөнгө көндә районда 27 мәҙәниәт йорто, 21 китапхана, Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе һәм Мөхтәр Сәғитов исемендәге музей эшләп килә, барыһы ла юридик берәмек булып тора. Ошо ойошмаларҙа 185 кеше эш менән тәьмин ителгән. “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә хеҙмәткәрҙәр даими рәүештә белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә.

Йылдан-йыл мәҙәниәтте үҫтереүгә хөкүмәтебеҙ тарафынан иғтибар арта бара. Һуңғы йылдың эштәрен генә атап киткәндә, “Реаль эштәр” пректы буйынса Ҡотан мәҙәниәт йортона кпиталь ремонт үткәрҙек, Яңы Усман мәҙәниәт йортонда йылытыу мейесен алмаштырҙыҡ. Шулай уҡ Мәһәҙей мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһына ремонт эшләнде, Яңы Собханғолға сәхнә кейемдәре тектерә алдыҡ.

“Атайсал” проектын телгә алмайынса үтә алмайым. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо проект сиктәрендә 3 йыл рәттән Ырғыҙлы ауылында яҡташтарына йыр-моң байрамы бүләк итте. Унан тыш, ауылдың бейеү ансамбленә бейеү костюмдәре, мандолиналар, теген машиналары алып бирҙе, Яңы Собханғол мәҙәниәт йортоноң 2 бейеү ансамблен костюмлы итте.

Районда 24 “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән ижади коллектив бар, 3 кеше “Халыҡ оҫтаһы” исемен йөрөтә.

Үҙебеҙҙең данлыҡлы райондаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында, даими ойошторолоп барған конкурстар бихисап. Мәҫәлән, мәшһүр йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғилман Сәфәрғәлин иҫтәлегенә “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, легендарь шәхес, бейеү ҡуйыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә бейеү байрамы, талантлы баянсыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Ниязғолов иҫтәлегенә “Гармун байрамы” һәм башҡалар. Әйтергә кәрәк, 2016 йылдан алып данлыҡлы фольклорсы, “Салауат Юлаев” ордены кавалеры Әхмәт Сөләймәнов исемендәге сәсәндәр мәктәбе эшләй. Гүзәл Һырлыбаева, Шәфҡәт Мәзитов, Сәлимә Ғәрифуллиналарҙың ошо өлкәлә тос, ғорурланырлыҡ уңыштары бар.

Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен генә түгел, уның кәсептәрен һаҡлау өҫтөндә лә эшләйбеҙ. “Һандыҡ-шоу” район конкурсы, “Биҙәктәрҙә - йәйғор нуры”, “Ҡорама туй” һәм башҡа саралар халыҡ кәсептәре менән булышыусылар араһында танылыу алды һәм үҙ ҡатнашыусыларын тапты.

Сәнғәт мәктәбендә 13 уҡытыусы 7 йүнәлеш буйынса белем бирә. Уҡыусыларыбыҙ республика, хатта Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып урындар, лауреат исемдәре алып ҡыуандыралар.

Китапханаларға килгәндә, Байназар һәм Яңы Усман ауылдарында моделле китапхана бар. Район буйынса китап фонды 203 910 дана. Барлыҡ китапханалар ҙа интернетҡа тоташтырылған. Район һәм ауыл китапханалары әүҙем эшләй. Төрлө әҙәби сараларҙан тыш, акциялар, конкурстар үткәрәләр, әүҙем китап уҡыусылар менән Рәсәй, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашалар.

Мөхтәр Сәғитов музейының ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Унда барлығы 666 экспонат бар. Музей хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Илебеҙҙә 2021 йылдан эшләй башлаған “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы илебеҙҙә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танылды. Ул тормошҡа ашырыла башлағандан алып 120 мәҙәниәт белгесе үҙенең йәшәү шарттарын яҡшыртты. Был маҡсатҡа 75 млн һум аҡса йүнәлтелде. Был иҫәптә беҙҙең райондан да 3 мәҙәниәт хеҙмәткәре бар.

Район мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып эшләүсе Нәзилә Әлибакова:

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы йәш белгестәрҙең ауыл ерҙәренә эшкә ҡайтыуына ҙур этәргес булып тора. Был программаға эләгеүемә бик шатмын, ул минең өсөн ҙур ярҙам. Ипотека алып, ошо аҡсаны ҡушып, район үҙәгенән өй һатып алырға уйлайым”.

Һәр ауылдың йәме, ял итеү урыны, мәҙәнилекте байытыу урыны булған мәҙәниәт йорттары районда гөрләп эшләй. Республика кимәлендә үткән сараларҙа районды лайыҡлы күрһәтеүҙәре, уҙғарылған байрамдар, концерттар, мәҙәни саралар быға асыҡ дәлил.

Маҡсаттары - тормошто сағыуыраҡ итеү
Маҡсаттары - тормошто сағыуыраҡ итеү
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: