Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июнь , 08:30

“Аҫылташ” – икенсе!

Белорет ҡалаһында  30 майҙан 1 июнгә тиклем хор һәм вокаль ансамблдәр араһында XI “Белорет йондоҙҙары” («Звезды Белоречья») тигән төбәк-ара фестиваль үтте.

“Аҫылташ” – икенсе!
“Аҫылташ” – икенсе!

Конкурста беҙҙең республиканың район һәм ҡалаларынан, Силәбе һәм Мәскәү өлкәләренән 41 ижади коллектив ҡатнашты.

Беҙҙең район вәкилдәре – Әбйәлил юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Бөрйән участкаһының Айрат Баязитов етәкселегендәге “Аҫылташ” ир-егеттәр вокаль ансамбле “Ир-егеттәр” коллективтары номинацияһында икенсе дәрәжә лауреат булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар һеҙгә!

Сығанаҡ: Бөрйән районы хакимиәте сайты.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: