Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Май , 08:35

Бөрйәндәге ауыл клубы өс еңеүсе араһында!

Кисә «Телеүҙәк» тапшырыуы эфирында «Башҡортостандың иң яҡшы ауыл клубы» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Улар араһында Бөрйән районындағы ауыл клубы ла бар! Видеояҙманы ҡарағыҙ әле – беҙҙекеләр ҡыуаныстан ҡалай бейеп йөрөйҙәр!

Бөрйәндәге ауыл клубы өс еңеүсе араһында!
Бөрйәндәге ауыл клубы өс еңеүсе араһында!

Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:

Асҡын районының Ҡашҡа ауылы мәҙәниәт йорто;
Ишембай районының Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт;
Бөрйән районының Килдеғол ауылы мәҙәниәт йорто.

Приздарҙы һәм дипломдарҙы еңеүселәргә «Баянлайн» компанияһы директоры Филүс Гәрәев тапшырҙы.

Афарин, Килдеғолдар!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: