Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Апрель , 17:20

Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты

Күптән түгел "Ялҡын" "өлгөлө" бейеү ансамбле Сибай ҡалаһында Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә ойошторолған "Бейеү ҡанаттарында" исемле республика конкурсында ҡатнашып, ҙур уңыштар менән ҡайтты.

Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты
Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Алтынай Дауытова "Шаян ҡыҙ" бейеүе менән – 3-сө, Илтимер Мырҙағолов "Бишбармаҡ" ты башҡарып, 2-се урын яуланылар.

Өлгөлө "Ялҡын" бейеү коллективы ансамблдәр араһында 2-се урын алыуға өлгәште.

Бейеүселәребеҙҙе һәм бейеү ансамбле етәкселәре Айгизә Дауытованы, Наилә Нурдәүләтованы уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Тағы ла һеҙгә ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Бурзянский районный дворец культуры төркөмөнән.

Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты
Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты
Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты
Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты
Йәш бейеүселәребеҙ уңыштар яулап ҡайтты
Автор:
Читайте нас: