Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Февраль , 17:40

2025 йылдан илдә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы индерелә

Рәсәйҙә 2025 йылдан «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләй башлай. Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.

2025 йылдан илдә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы индерелә
2025 йылдан илдә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы индерелә

«Ауылға, бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгескә бер тапҡыр 1 миллион һум аҡса түләнә, ә Алыҫ Көнсығышта, Донбаста һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә был сумма ике тапҡырға күберәк — 2 миллион һум була», —  тине президент.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул илдә тәүгеһе һәм әлеге ваҡытта иң яҡшыһы булып тора.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-29/v-rossii-s-2025-goda-zapuskaetsya-programma-zemskiy-rabotnik-kultury-3663297

Автор:Ләйлә Аралбаева.

Автор:
Читайте нас: