-Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән матурлыҡҡа ынтылған. Күңелдәренә ятҡан эштәренә бар талантын, йөрәк йылыһын һалып, шунан йәм табып шөғөлләнгәндәр күп. Ҡулдан эшләнгән эштәр үҙҙәренең матурлығы, уңайлылығы менән кешегә ләззәт биреп ҡыуандыра, сөнки бәйләү кеше өсөн ял итеүҙең бик файҙалы бер ысулы ла. Ҡул эше тынысландыра һәм ниндәйҙер бер рәхәтлек бирә. Күҙ нурыңды, йәнеңде биреп бәйләйһең бит. Беҙҙең өләсәйҙәребеҙҙә ҡышҡы оҙон кистәрҙә аулаҡ өйгә йыйылып бәйләм бәйләгәндәр. Аулаҡ өйҙәр үҙенә күрә ҡул эше – тегеү, сигеү, бәйләү мәктәбе булып торған. Бына бөгөн дә Аҫҡар ауыл мәҙәниәт йортонда үҙҙәренең ҡул эштәре менән матурлыҡ тыуҙырырға яратыусы, уңған апай-инәйҙәребеҙ төҫлө ептәрҙән ултырғыс түшәктәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенә йыйылдылар. Оҫталыҡ дәресендә ҡул эшенә маһир, әйләнә-тирәһендәгеләрҙе үҙенең эштәре менән һөйөндөргән оҫта Рәмилә Мырҙабулатова ҡатын-ҡыҙҙарға күҙ яуын алырлыҡ түшәктәр эшләү серенә төшөндөрҙө, - тип хәбәр итәләр Аҫҡар ауыл китапханаһы төркөмөндә.