27 сентябрҙә тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәре көнө. Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнөн уҙғарыу тарихы 2004 йылдан рәсми билдәләнә. Ниһайәт, балаларға көн дә байрам ойоштороусылар уҙ байрамлы булды. Әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы ла, бала күңелле лә, талантлы ла Тәрбиәсе - Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы ул. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Тәрбиәсе - ябай һөнәр түгел, ул бала күңеленең белгесе.
Бөгөн 27 сентябрь көнө, Яңы Мөсәт ауылы балалар баҡсаһында,тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр ярҙамы менән ошо матур байрам уңайынан "Аҡыллы, файҙалы, кәрәкле һөнәрҙәр иленә сәйәхәт" исемле мәғлүмәт сәғәте үтте. Әңгәмә барышында кескәйҙәр докторҙың кешеләрҙе дауалауы тураһында, уҡытыусының уларға белем биргәнен, төҙөүсенең матур йорттар төҙөгәнен һәм тәрбиәсенең үҙҙәрен яратыуы тураһындә әйтеп үттеләр.
(Яңы Мөсәт ауыл китапханаһы төркөмөнән алынды).