Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Сентябрь 2023, 14:20

Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған

Нәби мәҙәниәт йортонда район мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренең сираттағы семинар - практикумы үткән. Был марафон райондағы ауыл мәҙәниәт йорттарының эштәрен күреү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторола. Нәби мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре "Өй йыуыу" йолаһын күрһәткәндәр, концерт программаһы тәҡдим иткәндәр.

Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған
Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған

- Ауылдың ҡул эштәре оҫтаһы Сатвалова Сәрүәр апай алмаз мозаика менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнап йәшәүсе апайҙарға маҡтау грамоталары тапшырып китте. Матур табын әҙерләп ҡаршы алған Нәби мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә һәм уларға ярҙам иткән апайҙарга ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тип яҙалар Исламбай ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең төркөмөндә.

Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған
Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған
Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған
Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған
Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған
Нәбиҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: