Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Август 2023, 09:45

Бөрйәндә төшөрөлгән “Ағиҙелдән китеп барам” йыры нисек тыуған?

“Бер үкенес тороп ҡалды”, тип хәбәр иткән йырсы Заһир Иҫәнсурин. Ниндәй үкенес икән һуң?

Бөрйәндә төшөрөлгән “Ағиҙелдән китеп барам” йыры нисек тыуған?
Бөрйәндә төшөрөлгән “Ағиҙелдән китеп барам” йыры нисек тыуған?

Заһир Иҫәнсурин: “Ағиҙелдән китеп барам” йыры осраҡлы тыуҙы. Ҡатыным Рита социаль селтәрҙә яҡташ шағир Роберт Миңнуллиндың шиғырын күреп ҡалған да, был матур һүҙҙәрҙән шәп йыр сығыр, тип миңә ебәрҙе. Күп тә үтмәй Рөстәм Ғиззәтуллин менән күрештек. Уға шиғырҙы күрһәттем, көй яҙыуын һораным. Йырға төшөрөлгән клип сценарийының авторы ла – Рөстәм Ғиззәтуллин. Бер үкенес тороп ҡалды: клипта йылғала йөҙөп китеп барған, кеше ғүмерен һынландыр­ған сәңгелдәкте иң аҙаҡтан Роберт ағай тотоп алырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауырып дауаханаға эләкте һәм бөтөнләйгә арабыҙҙан китеп барҙы...

(“Тамаша” журналы төркөмөнөң мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: