Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август 2023, 09:00

Халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың Бөрйәндә үтәсәк республика конкурсына - бәрәкәт!

Рух байрамы мөбәрәк булһын!

Халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың  Бөрйәндә үтәсәк республика конкурсына - бәрәкәт!
Халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың Бөрйәндә үтәсәк республика конкурсына - бәрәкәт!

Ҡәҙерле ҡунаҡтар!

“Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр!

Һеҙҙе Башҡортостандың йөҙөк ҡашы һаналған гүзәл, үҙенең яралмыш матурлығын, әкиәти илаһилығын һаҡлаған Бөрйәнебеҙҙә, “Мәсем”, “Яуымбай”, “Илсекәй”, “Бөрйәндең егеттәре” һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙары, легендалары, башҡорт батырҙары һәм ил уҙамандары тыуған ерҙә күреүебеҙгә ихлас күңелдән шатбыҙ. Бөрйәнде ысын мәғәнәһендә тарихи ҡомартҡылар иле, аҫылташтар һандығы, рухыбыҙ сәңгелдәге, эпостар төйәге, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәре төйәге тип атаһаҡ, һис тә хата булмаҫ, сөнки Шүлгән мәмерйәһе, «Урал батыр», «Мәсем  хан», «Бабсак  менан  Күҫәк», «Аҡбуҙат» эпостары аша уның даны бөтә илгә таралған.

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттәге ҙур һәм мөһим үҙгәрештәр нигеҙендә халҡыбыҙҙың үҙ тарихы, халыҡ ижады ынйылары менән ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Республика күләмендә 25-сы йыл рәттән “Урал батыр” йәш сәсәндәр конкурсы үткәрелеүе лә быға асыҡ миҫал булып тора.

Тəбиғəттең һəм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы «Урал батыр» эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Йөкмəткеһенə əллə күпме фəлсəфə һалынған бөйөк эпосыбыҙ «Урал батыр» - беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Кемдəргəлер ул – йəшəү мəғəнəһе, ижадҡа илһам биреүсе көс, кемдəр өсөндөр килəсəккə юл һалыусы, яҙмышты хəл итеүсе лə булып тора, сөнки ул – аҫыл тəрбиə сығанағы.

Бәйгенең төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү. “Урал батыр” эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ - халҡыбыҙҙың бер ниндәй аҫылташҡа алыштырмаҫтай байлығы, уның төп ҡиммәте һәм киләсәге. Һеҙҙең заман менән йәнәш атлап, белемгә, мәҙәниәткә, тарихҡа булған көслө ынтылышығыҙ ошоға асыҡ дәлил. Бар мөмкинлектәрҙе файҙаланығыҙ һәм киләсәктә юғары белемле, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫып, милләтебеҙҙең терәге, таянысы, ышанысы, ғорурлығы булығыҙ!

Бөгөнгө сара берҙәмлек, дуҫлыҡ, татыулыҡ, изгелек һәм еңеүҙәр алып килһен һәм һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә мәңге онотолмаҫ байрам булып һаҡланһын! Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, балҡыштар һәм ижади уңыштар теләйем! Һүҙемде “Урал батыр” эпосынан йәш быуынға аманат итеп ҡалдырылған, һәр заманда ла актуаль буласаҡ ошо һүҙҙәр менән тамамларға рөхсәт итегеҙ:

Олоно оло итегеҙ -

Кәңәш алып йөрөгөҙ,

Кесене кесе итегеҙ -

Кәңәш биреп йөрөгөҙ.

Барығыҙға шуны әйтәм:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ,

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Ғ.М. Манапов, район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: