Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2023, 14:40

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса түләүҙәр 1 миллион һумға еткерелгән

Ә кемдәр дәғүә итә ала һуң уға? Тулыраҡ – артабан.

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса түләүҙәр 1 миллион һумға еткерелгән
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса түләүҙәр 1 миллион һумға еткерелгән

Муниципалитеттарҙа «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса мәҙәниәт белгестәренә бер тапҡыр бирелә торған аҡса биреү дауам итә, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, быйыл йәнә 30 белгескә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса түләүҙең күләме 1 миллион һумға тиклем арттырылды.

Түләү торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бирелә. Шулай уҡ Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйылдан аҡсаны шәхси автотранспорт һатып алыуға йүнәлтергә мөмкин.

«Тейешле ҡарарҙы хупланым, — тип хәбәр итте Андрей Назаров социаль селтәрҙә. — Түләүҙе квалификациялы, профилле белемле, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән, 2021 йылдан мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген алып барған, бер һәм унан күберәк ставкаға эшкә урынлашҡан 35 йәшкәсә белгестәр алырға хоҡуҡлы».

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 90 йәш белгескә ярҙам күрһәтелгән. 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-05-30/respublika-premier-ministry-auyl-m-ni-t-he-m-tk-re-programma-ynda-y-g-resht-r-ha-ynda-h-b-r-itte-3280690

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: