Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2023, 10:30

Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан

Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүсе, үҙенсәлекле тауышы, моңо менән республика кимәлендә танылыу яулаған, бихисап йыр конкурстары лауреаты Сәлимә Мәжит ҡыҙы Ғарифуллина Халыҡ-ара "Китап-байрам" күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолған Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә Бөрйәнебеҙ исеменән сығыш яһап, уңыштар яулап ҡайтҡан. Тулыраҡ – артабан.

Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан

-Тәүге көндә "Ҡобайыр-шоу" этно-концертына "Бала ҡарға" эпосы менән сыҡтым. Ә икенсе көндә үҙебеҙҙең Бөрйән ерлегендә сыҡҡан риүәйәтте оло сәхнәгә сығарыу бәхете тейҙе. Был һамаҡлап әйтелгән эпосты Яңы Монасип ауылынан Гүзәл апай Баймырҙинаның тормош иптәше Ильяс ағай бала сағында Ҡыуандыҡтар араһы Маһикамал өләсәһенән ишеткән.  Ваҡыт үтеү сәбәпле, ул өлөшләтә генә иҫтә ҡалғанын яҙып алған.

Шулай уҡ һирәк башҡарылған башҡорт халыҡ йыры "Урал" да тамашасыларға бик оҡшаны. Ә тирмәлә райондағы арҙаҡлы райондашыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов исемендәге халыҡ сәсәндәр мәктәбенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп, Ильяс ағайҙың ерле риүәйәтен тәҡдим иттем.
Төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар менән бер сәхнәлә ҡайнаныҡ ҡына.
Ҙур сараны ойоштороусыларға, Гүзәл апайға - үҙебеҙгә генә хас эпосты миңә тапшырғаны өсөн, районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлегенә һәм ғаиләмә ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Сәлимә Ғарифуллина.

-Ҙур ваҡиға сиктәрендә үткән сәсәндәр йыйынында Сәлимә Мәжит ҡыҙы Бөрйәнде бик лайыҡлы күрһәтте.

Әхмәт Сөләймәнов исемендәге сәсәндәр мәктәбе исеменән сығыш яһап, сәсәндәр мәктәбенең “халыҡ” исемен яңынан яҡланы. Афарин, Сәлимә! Уңыштар, яңы үрҙәр, сәләмәтлек теләйбеҙ, - ти район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева.

Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Сәлимә “Китап-байрам”дан уңыштар яулап ҡайтҡан
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: