Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2023, 09:15

Китапханасылар әүҙем беҙҙең

Бөгөнгө көндә районда үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 21 китапхана эшләп килә – 19 ауыл китапханаһы, район үҙәк китапханаһы һәм район балалар китапханаһы. 

Китапханасылар әүҙем беҙҙең
Китапханасылар әүҙем беҙҙең

 Байназар һәм Яңы Усман ауылдарында  халыҡты моделле китапханалар хеҙмәтләндерә.

- Районда  1 китапханаға уртаса 800-гә яҡын кеше тура килә,  район халҡының 65%  китапхана хеҙмәте менән ҡуллана. Беҙҙең районда 34 ауыл, шуларҙың 19-ында китапхана бар. 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында (14 ауылда) 211 мең 686 китап фонды  һаҡлана. Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китапханалары барыһы ла компьютерлаштырылған һәм һәр береһе интернет селтәренә тоташтырылған.  Һәр китапхананың электрон почтаһы һәм “Бәйләнештә” селтәрендә китапханаларҙың сәхифәләре һәм төркөмдәре булдырылған. Шулай уҡ район үҙәк китапханаһында электрон уҡыу залы эшләп килә.

Район китапханаларында 31  хеҙмәткәр эшләй. 7 хеҙмәткәр юғары белемгә эйә һәм 3 хеҙмәткәр махсус юғары белемле. Махсус урта белемлеләр һаны – 22,  1 хеҙмәткәр урта белемле. Китапхана хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең белемдәрен даими камиллаштырып торалар, - тине Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы етәксеһе Илфат Исламов.

(Дауамы гәзиттең 21-се һанында).

Китапханасылар әүҙем беҙҙең
Китапханасылар әүҙем беҙҙең
Китапханасылар әүҙем беҙҙең
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: