Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Апрель 2023, 08:45

Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән

Кейекбай ауыл мәҙәниәт йортонда "Ойоп ятҡан уянһын, уянғаны тыңлаһын" исемле мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткән. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән
Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән

-Кейекбай һәм Ғәҙелгәрәй ауылы ағинәйҙәр төркөмдәре, айырым башҡарыусылар: ҡәйнәле-киленле Гөлдәр Сөләймәнова, Гөлдәр Хәйруллина, Сания Исламова, Сулпан Вәлиева, Ғәҙелгәрәй ауылынан Мәрйенбикә Байегетова, Зифа Юлсурина, Нәзирә Сафина, Ғәбиҙә Туҡбаевалар бәйгегә бар тырышлыҡтарын һалып әҙерләнгән.
Үҙе яҙған "Рәхмәтлемен" исемле мөнәжәтен әйтеп, Зифа апай Юлсурина еңеүсе булды. Был сараға бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Луиза Шамсетдин ҡыҙы Әминоваға һәм барлыҡ бәйгеселәрга оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тип хәбәр итә кейекбайҙар.

Мөнәжәт — башҡорттарҙа  музыкаль-шиғри ижадтың шиғри тексты көйләүгә йәки вокаль интонациялауға нигеҙләнгән лирик жанры йәки башҡорт йола поэзияһының бер тармағы.
Тематикаһы буйынса:
— дини-фәлсәфәүи йөкмәткеле , шул иҫәптән, мосолман байрамдарына бағышланғандары
— ғүмер һәм үлем тураһында уйланыуҙар ,
— ата-әсәләр һәм балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында мөнәжәттәр була...

Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән
Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән
Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән
Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән
Кейекбайҙар мөнәжәт әйтеү бәйгеһе үткәргән
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: